Бәләкәй сағынан күңеле бөтә кеше лә йөрьәт итмәгәндәй һөнәрҙәргә тартыла Лилиәнең. Космонавт йәки актриса булам, ти ул. Хыял иткәненсә, икһеҙ-сикһеҙ ғәләмде иңләргә яҙмаһа ла, сәнғәт күгендә йондоҙ булып ҡабына.
Һүҙем М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина хаҡында булыр. Гусев ауылында донъяға килә буласаҡ театр йондоҙо. Атаһы — зоотехник, әсәһе — уҡытыусы, ғаиләлә биш бала — 4 ҡыҙ һәм 1 малай.— Ишле ғаиләлә үҫһәк тә, ата-әсәйебеҙ беҙгә ныҡ иғтибарлы булды, уҡыуыбыҙҙан тыш, буш ваҡытыбыҙҙа һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл булыуыбыҙҙы талап итте. Мәктәптән ҡайтып тиҙ генә өй эштәрен теүәлләйбеҙ ҙә, түңәрәктәргә йүгерә инек, — тип хәтерләй ул бала сағын.
Ижади күңелле ҡыҙыҡай сәнғәткә тартыла. Музыка мәктәбенең фортепиано класында шөғөлләнә, бер юлы вокал буйынса һәләтен үҫтерә. Мәктәптең бейеү түңәрәгенә йөрөй, мәҙәниәт йортонда театралдар менән төрлө әҫәрҙәр сәхнәләштереүҙә ҡатнашырға өлгөрә. Өйгә көн дә эш кешеһеләй кискә генә арып-талып ҡайтһа ла, дәрестәрен эшләп, үҙенән бик ҡәнәғәт булып йоҡоға тала. Йәне ҡушҡанса тынғыһыҙ ритмда йәшәү ял ҡәҙерен белергә өйрәтә. Йәкшәмбе саф һауала йөрөү, донъя шауынан арынып тәбиғәт ҡосағында ял итеү Лилиәнең йәшәү рәүешенә күркәм ғәҙәт булып бала сағынан һеңеп ҡалған.
Тырышлыҡ һөҙөмтәһен оҙаҡ көттөрмәй. Ижад тәмен тойған Л. Исҡужинаның сәхнәләге күп яҡлы балҡышы тиҙҙән уңыштарын бирә башлай. Ә инде «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» бейеү фестиваленең район этабында еңеп, Учалыла төбәк бәйгеһендә уңышлы сығыш яһауы иһә, үҙ-үҙенә ышанысын арттырып, ҙурыраҡ ижади мөхиткә сығырға кәрәк, тигән ҡарарға килтерә. Киләсәген театрҙа күрһә лә, туғыҙ класс белем менән бер ҡайҙа ла актерлыҡҡа уҡытмауҙары өсөн бер аҙ эсе боша. Ләкин артабан ауылда ҡала алмаясағын аңлап, баш ҡалаға — 1-се һанлы Өфө педагогия колледжына юл тота.
Эйе, беренсе дипломы буйынса Лилиә Салауат ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Колледжда бер уҡый башлағас, уны тамамлауҙы маҡсат итә. Шунан ғына З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһына һынау тота. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ актрисаһы Таңсулпан Бабичева етәкләй уларҙың төркөмөн. Курсты махсус рәүештә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына әҙерләйҙәр.
— Художество етәксебеҙ Таңсулпан Даһи ҡыҙы беҙгә әсәй кеүек булды. Көслө педагог булараҡ, һөнәр серҙәренә өйрәткәне һәм кешлеклелек, туғандарса мөнәсәбәт кеүек шәхси ҡиммәттәрҙең асылына төшөндөргәне өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Курста 15 кеше уҡыныҡ. Арабыҙҙан бик күп сағыу таланттар үҫеп сыҡты. Илгиз Таһиров «Бабич» фильмында төп ролде уйнаны, әйткәндәй, күптән түгел генә ул ошо образы өсөн республиканың Ш. Бабич исемен-дәге дәүләт йәштәр премияһын алды. «Беренсе Республика»ла төшкән Роберт Йылҡыбаев — Мәскәүҙә ГИТИС-та уҡыта. Коллегам, Буранғол егете Шәһит Хамматов та һабаҡташым. Йәнә бер курсташым — Әнүәр Фәйзуллин — минең тормош юлдашым. Т. Бураҡаеваның «Мин өйләнәм!» фильмында бергә уйнаған саҡта уҡ хистәребеҙ ысын ине. Тик иптәшем хәҙер сәнғәттән китте — 5 йыл көс структураһында хеҙмәт итә, — тип һөйләй актриса.
Театр факультетын тамамлағас, остазы Т. Бабичева: «Уҡытырға ҡал, һәләтең бар», — тип Лилиәне сәнғәт академияһында эшләргә ҡалырға күндерә. Милли йәштәр театрында уйнап йөрөһә лә, параллель рәүештә 4 йыл актерлыҡ оҫталығы буйынса һабаҡ бирә. «Йәш буйынса үҙемдән саҡ ҡына кесе студенттарҙы уҡытҡанда, хеҙмәт тәжрибәм етешмәүем аңланым һәм үҙемде башкөллө ижади эшмәкәрлеккә бағышларға ҡарар итеп, иституттағы эшемде ҡалдырҙым. Киләсәктә, бәлки, уҡытыуға кире ҡайтырмын», — ти Лилиә Салауат ҡыҙы.
Ағымдағы көҙҙә ул театрҙағы 11-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡан. Театрға эшкә килгәс тә, йәш актриса иң беренсе Шекспирҙың донъяуи әҫәрендәге Джульетта роле менән тамашасылар күңелен арбай. Был спектакль оҙаҡ ҡына театр репертуарында йәшәй. Артабанғы ролдәре лә Л. Исҡужинаға уңыш һәм танылыу килтерә. Башта нигеҙҙә күңел торошона ауаздаш лирик образдар тыуҙырһа, әкренләп режиссерҙар характерлы ролдәр ҙә бирә башлай.
— Һәр актер үҙен төрлө-төрлө амплуала тойоп ҡарарға теләйҙер. Һуңғы спектаклдәребеҙҙең береһе Зөлфәт Хәкимдең «Килә яуа, килә яуа» комедияһында, мәҫәлән, һөйәркә булып уйнайым. Ыңғай персонажмы, киреме — беҙҙе, актерҙарҙы, үҙ геройыңдың адвокаты булырға кәрәк, тип уҡыттылар. Ниндәй генә образға ингәндә лә, эске позицияңды һалып, бирелеп уйнап, тамашасы ышанырлыҡ ысын тормошсан картина тыуҙырыу фарыз. Төрлө яҙмышлы кешеләрҙе уйнайым, улар барыһы ла йөрәгемдә йәшәй, бер-береһенә оҡшама-ғандар, ҡабатланмайҙар, — ти актриса.
Мария Ладоның «Йәшәгән ти...»һендә Даша, З. Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт»ендә Зөлхизә, М. Буранғоловтың «Башҡорт туйы»нда Гөлзифа образдарын талантлы яҡташыбыҙ йөрәк кисерештәрен ҡушып сәхнәгә сығарған. Мәғлүм булыуынса, Милли йәштәр театры башҡорт һәм рус труппаларынан тора. Актерҙарға ике составта ла уйнарға тура килә. Был тынғыһыҙ эш графигында ла, тамашаларҙың йышлығында ла сағылмай ҡалмай, әлбиттә. Иллә-мәгәр сәхнә өсөн яралған Лилиә өсөн бәләкәй генә роль дә ҙур бәхет. Шулай булмаһа, М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» автобиографик әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә яҙыусының хәләле Рауза, З. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»ендә сәхнәләрҙе бер-береһенә бәйләүсе Рух ролдәрен тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп уйнай алыр инеме икән?! Ә ундағы сихри моң? Йырсы актриса булараҡ, сәхнәлә моңланырға ла тура килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын бигерәк аһәңле итеп башҡара.
Лилиә оҫта сценарист та. Бала саҡтан китап яратыуы, белем даирәһенең киңлеге уға был өлкәлә иркен йөҙөргә мөмкинлек бирә. Яҡташыбыҙ режиссер Р. Хәкимов менән берлектә өс йыл рәттән «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының финалын әҙерләгәндәр. «Салауат йыйыны» республика байрамының сценарий авторы булған. Милли йәштәр театры йыл һайын иң йәш тамашасыларына ҡуйған Яңы йыл әкиәттәренең күбеһе уның ижад емештәре. «Чиполлино» әкиәте буйынса сценарийы театр репертуарында нығынып ҡалып, хәҙер 300 тапҡыр самаһы тамашасы хөкөмөнә сығарылған. «Өс мөхәббәт тарихы» тигән комедия форматындағы пьесаһын башта Милли йәштәр театрында үҙҙәре уйнап йөрөһә, хәҙер ул Туймазы татар театры репертуарында ла урын алған. Шәхси тормошондағы үҙгәрештәр, әсәй булыуы, ваҡытының тарайыуы ижади эшмәкәрлеген ситкә ҡуйып торорға мәжбүр итһә, быйыл һабаҡташы, ижадташ дуҫы Шәһит Хамматовтың үтенесе буйынса актерҙың «Бер-ике һүҙ...» тип аталған кисәһенең сценарийын яҙған. «Етди драма әҫәрҙәренә тотонорға үҙемде өлгөрөп еткәнмен, тип әйтә алмайым. Мин әле үҫешәм, үҙгәрәм. Әйтер һүҙемде йыйнап, фекерҙәремде төйнәп бөткәс, уларҙы берәй саҡ сәхнә жанрында сағылдырырмын тигән уй менән йәшәйем», — ти ул.
«Беренсе Республика» фильмына республика театрҙарының иң яҡшы актерҙарын йыйҙыҡ», — тигәйне режиссер Булат Йосопов бер интервьюһында. Бер кемде лә тетрәндермәй ҡалмаған кинокартинала Лилиә Исҡужина ҡабатланмаҫ Һәҙиә Дәүләтшина роле аша тамашасыларҙың ғына түгел, кинотәнҡитселәрҙең дә күңелен яуланы. Был роле өсөн Мәскәүҙә үткән «SKEY-SINEMA» Халыҡ-ара кинофестивалендә «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» дипломы менән билдәләнде. «Беренсе Республика»ға тиклем Лилиә ике-өс ҡыҫҡа метражлы фильмда төшөргә өлгөргәйне.
— Тарихи-документаль кинола уйнау бөтөнләй икенсе хистәр, кисерештәр уята. Ижадташ дуҫтарымдың «Бабич» фильмында уйнауын аҡ көнләшеү аша ҡабул иттем. Ул ваҡытта мин декрет ялында инем. «Беренсе Республика»ға кас-тингҡа тулҡынланып, ашҡынып килдем. Мине Һ. Дәүләтшина роле өсөн ҡараясаҡтар ине, «Сәсеңде киҫтерергә ризаһыңмы?» — тигәстәре толомомдо йәлләп тормайынса ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырҙым. Ә бит оҙон сәс миңә театрҙа башҡа ролдәрем өсөн дә кәрәк. Кастингты үткәс, ҡыуаныстан бигерәк йөрәгемде роль өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, уны тәрәндән аса алырмынмы, тигән хәүеф биләне. Кино өс ай эсендә төшөрөлдө. Съемкалар тик яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы», — тип һөйләне ул киноға төшөү тарихы тураһында.
Йәш, дәртле, ең һыҙғанып, илһамланып ижад иткән иң емешле мәле Лилиәнең. Яҙмышын сәхнә менән бәйләүенә һис үкенмәй ул. Үҙенең йәшәү мәғәнәһен, булмышын сәхнәлә тапҡан. Ҡатын-ҡыҙ, әсә булараҡ ғаиләһендә лә мөһим роль биләүе хаҡында онотмай. Тормош иптәше Әнүәр менән кескәй Ғәлиәскәргә матур тәрбиә бирергә, уның һәләттәрен үҫтерергә ҙур иғтибар бүләләр.