+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2019, 17:36

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бер нисә конкурс иғлан итте

Башҡортостан Башлығы Р. Хәбировтың указына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнөн билдәләү айҡанлы социаль селтәрҙәрҙә интернет-конкурстар иғлан итте.

"Һаумы, һаумы әкиәт!" конкурсында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, 1 - 4-се кластар уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн үҙегеҙ теләгән башҡорт халыҡ әкиәтен һайлап алырға (башҡа халыҡтар әкиәттәрен һөйләү ҙә мөмкин) кәрәк. Әкиәтте тасуири һөйләүсе баланы видеоға төшөрөп, исем-шәрифен, йәшен, әкиәттең исемен әйтеп, 8 декабргә тиклем социаль селтәрҙә урынлаштырырға кәрәк. Видеороликдың дөйөм ваҡыты 5 минуттан артмаҫҡа тейеш. Әкиәттәр буйынса ҡуйылған инсценировкалар ҙа ҡабул ителә. #БашҡортТелеКөнө тигән хэштегты ҡуйырға онотмағыҙ.
"Мин башҡортса уҡыйым" исемле конкурста башҡорт телендә уҡып сыҡҡан әҫәр буйынса хисле итеп яҙылған рецензиялар ҡабул ителә. Автор ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайлауы, ҡыҙыҡһыныуы, уның әһәмиәте тураһында һөйләргә тейеш. Материалдарҙы [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ социаль селтәрҙәргә урынлаштырыу шарты ла бар.
"Театрлаштырылған күренеш" тип аталған конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт әҙиптәренең берәй әҫәре буйынса инсценировка төшөрөргә кәрәк була. Ул монолог, диалог йәки коллектив сығыш та булыуы мөмкин. 3 - 10 минутлыҡ фидеороликты үрҙә әйтелгән хэштег менән социаль селтәргә ҡуйыу мотлаҡ.
Социаль селтәрҙә башҡортса постар ҡуйыу буйынса ла конкурс бар Ул Инстаграмда бара. @matur_yazu_deftere

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47.
Читайте нас: