+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2019, 11:50

Һәләт һәм техник оҫталыҡ ярышы

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә йәш пианистарҙың «Vivo» район конкурсы уҙҙы.

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә йәш пианистарҙың «Vivo» район конкурсы уҙҙы.

Конкурсты ойоштороусылар уҡыусыларҙың техник мөмкинлектәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Ҡатнашыусылар программа талабына ярашлы классик сонаталы аллегро һәм инструктив этюд башҡарҙы. Конкурс өс йәш категорияһы буйынса — сәнғәт мәктәбенең 1-3, 4-5 һәм 6-7 кластары уҡыусылары араһында айырым баһаланды. Асҡарҙағы һәм Йәнгелдәге музыка мәктәптәренең фортепиано бүлектәрендә, талантлы остаздар Ф. И. Вафиуллина, З. М. Һөйәрғолова, З. Р. Юнысова, Ғ. М. Туғанбаева кластарында уҡыусы 28 йәш музыкант бәйгелә үҙҙәренең ижади һәләтен, техник оҫталығын һынаны. Бәләкәйҙәр төркөмөндә Айгүзәл Ишбулатова еңеүсе булды. Лиза Бондаренко — икенсе, Тамерлан Иҙелбаев һәм Руфина Ғүмәрова өсөнсө урында билдәләнде. Урта төркөмдә призлы урындарҙы ярашлы рәүештә Гөлдәр Нуралиева, Арина Фәхрисламова һәм Риана Ғәлиуллина бүлеште. Өлкәндәр араһында Арсен Фәтхуллин беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урын бирелмәне, өсөнсөлөктө Камилла Ғилманова яуланы. Район конкурсында еңеүсе пианистар йәш музыканттарҙың төбәк бәйгеһендә ярышырға әҙерләнә хәҙер.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: