+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 10:58

Зиннәтле автомобилгә торошло!

Өфөләге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында музыканттарҙың шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән. Ни булғанмы?

Өфөләге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында музыканттарҙың шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән. Ни булғанмы?
Унда бик һирәк һәм ҡиммәтле ҡорамал – Steinway & Sons фирмаһының рояле килтерелгән. Музыканттар өсөн бындай роялдә уйнауы үҙе бәхет! Ул хәҙер филармонияның Ҙур залын биҙәп торасаҡ.
Яңы музыка ҡоралын “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы бүлгән субсидия иҫәбенә һатып алғандар.
Steinway & Sons роялдәренең хаҡына килгәндә, ул зиннәтле автомобилгә торошло.
Фото: wikiyy.com

Читайте нас: