Мәҙәниәт
6 Декабря 2019, 06:00

Театр коллективын В. Путин ҡотланы

Рәсәй Президенты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры коллективын тетарҙың 100 йыллығы уңайынан ҡотланы.

Рәсәй Президенты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры коллективын тетарҙың 100 йыллығы уңайынан ҡотланы. Үҙенең ҡотлау телеграммаһында Владимир Путин театрҙың Башҡортостан халҡының рухи мираҫын һаҡлауға индергән өлөшөн юғары баһалай.
«Уҙған осорҙа Башҡортостандың дәүләт тетары ҙур йәмәғәт, мәғрифәт үҙәгенә әүерелде, ул Башҡортостан Республикаһы халҡының бай тарихи һәм рухи мираҫын һаҡлауға, күп милләтле мәҙәниәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индерҙе.
Бөгөн дә театрҙа эшләгән талантлы артистарҙың, режиссерҙарҙың, рәссамдарҙың тамашасыларҙы бай репертуар менән һөйөндөрөүҙәре, төрлө кимәлдәге театр фестивалдәрендә, башҡа ижади проекттарҙа әүҙем ҡатнашыуҙары маҡтауға лайыҡ, тиелә Кремль сайтында баҫылған телеграммала.
Ил башлығы театр коллективына артабан да ижади уңыштар теләй һәм бер быуатлыҡ юбилейын театр Рәсәйҙә Театр йылы иғлан ителгән йылда билдәләүен айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләне.
ИА «Башинформ».
Читайте нас