+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2019, 19:48

«Һандуғастан моңдар отоп»

Моңло тауышы, матур эстәлекле йырҙары менән тамашасы күңелен әсир иткән ҡыпсаҡ ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы исемдәрен йөрөтөүсе яҡташыбыҙ Римма Амангилдинаның Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Һандуғастан моңдар отоп» исемле ижад кисәһе уҙҙы.

Моңло тауышы, матур эстәлекле йырҙары менән тамашасы күңелен әсир иткән ҡыпсаҡ ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы исемдәрен йөрөтөүсе яҡташыбыҙ Римма Амангилдинаның Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Һандуғастан моңдар отоп» исемле ижад кисәһе уҙҙы.

Римма Зәйнетдин ҡыҙы Вәхит Хызыров, Марсель Ҡотоев, Артур Шәрипов, Дамир Тайыпов, Марат Саҙрыев, Индира Әсәҙуллина кеүек билдәле йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһаны. Өфө сәнғәт училищеһы исеменән уны «Йәннәт» вокал ансамбле (Р. Садиҡова етәкселегендә) ҡотларға килде. Концертты бейеү коллективтары ла биҙәне. Халыҡ артисткаһы ҡурайға ла, милли оркестрға ла ҡушылып йырланы. Уның башҡарыуындағы йырҙарҙы тамашасылар йылы ҡабул итте.

Кисәнең аҙағында Римма Амангилдина уҡытыусыһы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Сәғитоваға сәскә гөлләмәһен бүләк итеп, оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Йырсының репертуарында «Таштуғай», «Ахун кантон», «Түңәрәккәй күл», «Сәлимәкәй», «Зәлифәкәй», «Һырдаръя», «Ашҡаҙар», «Йыуаса» кеүек билдәле башҡорт йырҙары урын алған. Бынан тыш ул эстрада әҫәрҙәрен дә аһаңле итеп башҡара.

Концерттан һуң Римма Амангилдина менән әңгәмәләшеү бәхете тейҙе.

1972 йылдың 1 апрелендә, Хәлил ауылында тыуып үҫә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә инә. Артабан моңло ҡыҙ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай.

— Концертығыҙҙың исеме ни өсөн «Һандуғастан моңдар отоп» тип атала?

— Был исемде юҡҡа ғына һайламаным. Һандуғас — ул минең укытыусым, Фәрзәнә Сәғитова. Беҙҙе ул үҙ балаларындай күреп, тәрбиәләп, сәнғәт юлына баҫтырҙы. Шуға был концертымды рәхмәт йөҙөнән, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙына бағышланым.

— Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ? Йыр өлкәһенә беренсе аҙымдар ҡайҙан башланды?

— Мин сәнғәткә сабый сағымдан ғашиҡ. Ауылыбыҙға Сибай ҡалаһынан театр артистары спектакль ҡуйырға бик йыш йөрөгән саҡта, артист апайҙарға ҡарап, уларҙың эске һәм тышҡы матурлығына һоҡлана инем. Бер заман Тәнзилә Үҙәнбаева «Йәдкәр» фольклор ансамбле менән килде. Шул хәтлем Тәнзилә апайҙың йырлауына, матурлығына, мөләйемлегенә иҫем китеп, йотлоғоп ҡарап ултырҙым. Аҙаҡ училищены тамамлағас, бәхеткә күрә, филармонияға эшкә «Йәдкәр» төркөмөнә эләктем.

Бала саҡтан Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Нәзифә Ҡадирова, Лина Гәрәеваларҙың сығыштарын айырыуса үҙ иттем. Улар беҙгә дөрөҫ зауыҡ тәрбиәһен биргәндәр тип уйлайым. Бәлки, шуларға ҡарап та, ошо һөнәрҙе һайлағанмындыр. Бик бәхетле кеше тип һанайым үҙемде.

— Йырҙан тыш нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?

— Спортҡа булған һөйөүем мәктәптә уҡыған саҡтан бөгөнгө көнгә тиклем килә. Сөнки, уның аша ҡуйылған маҡсатҡа ынтылып, физик һәм рухи яҡтан сынығаһың. Шуға ла хәҙерге көндә лә форсат тейгәндә спорт менән шөғөлләнергә яратам.

— Йырсы булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

— Башланғыс класс уҡытыусыһы булыр инем. Сөнки, балалар менән эшләүе күңелле, ҡыҙыҡлы тип һанайым. Ә ғөмүмән әйткәндә, мин бер ниндәй ҙә эштән ҡурҡмайым. Барыбер үҙ юлымды табып, шул өлкәлә тырышып эшләр инем.

— Үҙегеҙҙе өс һүҙ менән характерлағыҙ.

— Беренсенән, мин туғандарымды ныҡ яратам, уларға хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Шатлыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы уртаҡлашып ғүмер итәбеҙ, Аллаға шөкөр. Икенсенән, биргән һүҙемдә гел торам, үтәйем. Өсөнсөнән, үсекмәйем, көнләшмәйем. Быны мин донъяла иң яҡшы кеше сифаты тип уйлайым.

— Репертуарығыҙҙа йырҙар бик күп кенә, ә бына шуның араһында күңелегеҙгә иң яҡыны бармы?

— Башҡорт дәүләт филармонияһында 26 йыл эшләп, репертуарымда киң диапазонлы, күләмле, вокаль яҡтан тос, классик йырҙар тупланды. Беренсенән, мин көслө педагогта уҡыным, «Йәдкәр», «Далан» төркөмдәре менән эшләнем. Остаздарыма, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитоваға, Ғәли Ғәббәс улы Хәмзинға, Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаеваға һәм Римма Рушан ҡыҙы Садиҡоваға рәхмәтлемен. Икенсенән, һәләтле концертмейстер Индира Илдус ҡыҙы Әсәҙуллина менән эшләү бәхете тейҙе. Ҡайҙа йөрөһәм дә тик яҡшы кешеләр осрап торҙо юлымда.

Ә күңелемә иң яҡын йырҙар — «Ал да нур сәс халҡыңа» (Х. Әхмәтов көйө, Ш. Бабич һүҙҙәре), «Былбылым» (Я. Ҡолмой һүҙҙәре, З. Исмәғилев көйө) «Таңдағы йыр» (Р. Ғәрипов һүҙҙәре, А. Ғабдрахманов көйө).

— Йырҙарығыҙҙа дингә ҡарашығыҙ тойомлана. Ә тормошта нисек?

— Дин минең тормошомда ҙур урын биләй. Сәхнәгә, юлға сыҡҡанда, доғаларҙы ҡабатлап тынысланам. Беҙҙе атай-әсәй бала саҡтан ҡушҡанды эшлә, тыйылғандан тыйыл тип, Хоҙай барлығына ышандырып үҫтерҙе. Студент йылдарымдан алып мәсеткә йөрөйөм, сүрәләрҙе ятлайым. Диндә булған кешеләрҙең йөҙҙәре яҡты, үҙҙәре тыныс. Ҡасандыр намаҙға баҫҡан ваҡытым да булыр, быға ышанам.

— Тормошто яңынан башлаһағыҙ, ошо юлды ҡабаттан кире һайлар инегеҙме?

— Эйе, һайлар инем. Үкенмәйем, тормош шулай бит инде, төрлөһө була. Ләкин, яҡты көндәр барыбер күберәк булды һәм буласаҡ.

— Яҡташтарығыҙға теләктәрегеҙ?

— Яңы йылды имен-аман ҡаршылап, һау-сәләмәт булһындар.

Гөлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: