-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2019, 10:00

Ғаилә үҙәге асылды

“Мәҙәниәт” милли проектының бер өлөшө булған “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамы менән был мәҙәни усаҡты бөтә халыҡты тартып торған Ғаилә үҙәгенә әүерелдереү мөмкин булды.

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында реконструкциянан һуң Ғаилә ял үҙәге ишектәрен асты
Элек ул бөтә мөһим мәҙәни саралар уҙғарылған район мәҙәниәт һарайы булараҡ хеҙмәт иткән. Әле килеп “Мәҙәниәт” милли проектының бер өлөшө булған “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамы менән был мәҙәни усаҡты бөтә халыҡты тартып торған Ғаилә үҙәгенә әүерелдереү мөмкин булды.
Бинаны реконструкциялау буйынса ҙур эш башҡарылған: ҡыйыҡ һәм фасад яңыртылған, тәҙрәләр, йылытыу системаһы алмаштырылған.
Хәҙер бында 3D кинозал, психологик арыныу, логопед, дефектолог, психолог кабинеттары эшләй. Өлкәндәр үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса шөғөлләнгән саҡта балалар уйын бүлмәләрендә ваҡытты мауыҡтырғыс итеп уҙғара ала. Вокал, хореография менән шөғөлләнеү өсөн айырым залдар бар.
Миәкәләр ял үҙәге ғаилә традицияларын, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн булдырылыуын яҡшы аңлай.
Әйткәндәй, ағымдағы йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса республикала тағы ла 2 мәҙәниәт учреждениеһын реконструкциялау, 3 мәҙәни-ял үҙәген төҙөү, 10-лап кинозалды модернизациялау, 63 пианино һатып алыу планлаштырылған.
Читайте нас: