+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2019, 12:25

«Ҡорос»тар тәбрикләнде

«Ҡорос» халыҡ театрын Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы вәкиллеге аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин тәбрикләне.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 10 йыллыҡ тарихҡа эйә “Ҡорос” халыҡ театры актерҙары араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бихисап. Уҡыуҙы тамамлап берәүҙәр китеп тора, уларҙың урынын һәләтле йәштәр тулыландыра. Әлеге ваҡытта “Ҡорос”тоң нигеҙен тәшкил иткән төп көстәр рәтендә Асҡарҙан Фәдис Иҙрисов, Алена Дятлова, Инсаф Хужабиргәнов, Рауилдән Динара Ғәлләмова, Ҡаҙмаштан Тәлғәт Зәйнуллиндың уйнауы ҙур ғорурлыҡ. Юҡҡа ғына «Ҡорос» театры былтыр йәйге каникулда республика буйлап гастролдәрендә тәү сиратта Әбйәлилгә туҡталманы. Тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителгән “Тиле йәшлек” спектаклендә Фәдис Иҙрисов төп ролде – Зөлҡәрнәйҙе уйнаны. Әйтергә кәрәк, театр һөйөүсе ҡыҙҙар-егеттәр башлыса башҡорт филологияһы факультеты студенттары, Тәлғәт иһә БДПУ ҡарамағындағы колледжда уҡый.
Ижади төркөм өсөн Театр йылы ваҡиғаларға бай булды. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе - «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҙған профессиональ булмаған йәш театр коллективтарының «Театраль Волга буйы» фестивале. Фестивалдә ҡатнашыусы 483 коллектив һәм ете мең йәш актер араһында «Ҡорос»тар лайыҡлы сығыш яһаны: төбәк-ара этапта еңеү яуланы, финалға сыҡты.
Ошо көндәрҙә«Ҡорос» халыҡ театрын Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы вәкиллеге аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин тәбрикләне. Театр етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов һәм ижади төркөм Волга буйы федераль округының Башҡортостан республикаһында йәмәғәт проектарын бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Һүрәттә: яҡташыбыҙ Фәдис Иҙрисов М. И. Закомалдин менән.
Читайте нас: