+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Декабрь 2019, 11:40

Еңеүсе мәҙәни усаҡтар билдәле

Башҡортостанда «Кесе Тыуған ил мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ремонтланасаҡ һәм йыһазландырыласаҡ 15 мәҙәниәт йортоноң исемдәре билдәле булды.

Был проектта ҡатнашыуға бөтәһе 51 мәҙәниәт йорто заявка биргән һәм шуларҙың 15-е конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған. Бына улар: Асҡын районынынң Өрмияҙ клубы, Балаҡатай районы мәҙәниәт һарайы, Бөрйән районының Ҡотан ауылыл клубы, Дыуан районының мәҙәни ял үҙәге, Йәрмәкәй, Иглин һәм Ҡариҙел райондары мәҙәниәт һарайҙары, Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы, Күгәрсен районының Күгәрсен ауылы, Мәсетле районының Теләш ауылы, Салауат районының Торналы ауылы, Стәрлебаш раойнының Йәлембәт ауылы, Өфө районының Жуков ауылы, Федоровка районының Батыр ауылы мәҙәниәт йорттары һәм Яңауыл районының мәҙәни ял үҙәге.
Финанслау 2019 йыл кимәлендә ҡала һәм 56,3 миллион һум тәшкил итә. Был аҡсаға музыка аппратураһы, сәхнә костюмдары, яҡтылыҡ ҡоролмалары, транспорт, инструменттар һатып алырға йәки ремонт башҡарырға мөмкин.
Читайте нас: