+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2020, 13:30

“Артефакт” музей экспонаттары менән таныштыра

Музейҙағы “Артефакт” һанлы платформаһында әлеге күргәҙмәгә ҡағылышлы 30 экспонат тәҡдим ителә. Улар AR тигән махсус стикер менән билдәләнгән.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика Хәрби Дан музейында 1979-1989 йылдарҙағы Афған һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан егеттәренә арналған “Башҡортостандың яугир-интернационалистары” экспозицияһына мультимедиа-гид алымы булдырылды. Был эште башҡарып сығыуға “Мәҙәниәт” милли проекты булышлыҡ иткән.
Музейҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан Афған яуында туғыҙ меңдән ашыу һалдат һәм офицер ҡатнаша, уларҙың 342-һе интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк була, алты һалдат хәбәрһеҙ юғала. 1200-ҙән ашыу Башҡортостан егете орден һәм миҙалдар менән наградлана.
Музейҙағы “Артефакт” һанлы платформаһында әлеге күргәҙмәгә ҡағылышлы 30 экспонат тәҡдим ителә. Улар AR тигән махсус стикер менән билдәләнгән.
“Артефакт” һанлы платформаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған. Ул теләге булған һәр кемгә виртуаль ысынбарлыҡта мультимедиа-гид менән ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Музейға килеүселәр уның бушлай мобиль ҡушымтаһы менән файҙалана ала. Был осраҡта экскурсия үткәреүсенең ярҙамы кәрәкмәй, ҡушымта үҙе экспонаттар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыра.
Медиа-гид менән нисек файҙаланырға? Бының өсөн телефонығыҙға “Артефакт” ҡушымтаһын күсереп алырға, артабан үҙегеҙгә кәрәкле музейҙы табырға, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған экспозицияны һайларға кәрәк. Музейҙың үҙендә булған саҡта "Өҫтәмә ысынбарлыҡ” тигән опция ярҙамында камераны экспонатҡа төбәп, уны бик ентекле өйрәнә алаһығыҙ. Ә инде музейҙан ситтә килеш “Каталог” режимына инеп, музей коллекциялары менән танышырға була.
Ҡушымтаны iOS и Aндроидҡа App Store һәм Google Play магазиндары аша бушлай күсереп алырға мөмкин.
Фото: tripadvisor.ru
Читайте нас: