Шишәмбе, 14 ғинуарҙа, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы була.
«Башҡортостан» концерт залына килеүселәр бер нисә аҙна буйына теләһә ниндәй телдә дуҫлыҡ һәм изгелек тураһында һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ ҡулсалар йәбештерҙе. Яңы йыл шыршыларында ҡатнашыусылар акцияла ихлас ҡатнашты.
2020 йылдың 14 ғинуарында 300 метрҙан ашыулыҡ дөйөм Дуҫлыҡ сылбырына һуңғы ҡулса йәбештерелә. Шунан һуң 300 бала, концерт залының ижади коллективтарында ҡатнашыусылар, «Башкортостан» дәүләт концерт залына ингән урында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры»н һуҙа. Флешмоб концерт залы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вилдан Яруллин башҡарыуындағы йыр аҫтында кескәй артистарҙың ижади сығышы менән тамамлана.
Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров башлап еберҙе.
Флешмоб «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында уҙғарыла. Ойоштороусыларҙың маҡсаты – республикала Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү.