+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 16:54

Һәләтле балалар өсөн конкурс

Заявкалар 10 февралгә тиклем ҡабул ителә.

29 февраль – 1 мартта Өфөлә VII Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижади конкурсы үтә. Ул «Башҡортостан таланттары» тип атала һәм йәш таланттарҙы үҫтереү, яңы исемдәр асыу, милли мәҙәниәтте һаҡлау маҡсатында үткәрелә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар заявка ебәрә ала. Еңеүселәр «вокал», «хореография», «нәфис һүҙ», «цирк сәнғәте», «мода театры» һәм «инструменталь жанр» номинацияларында билдәләнәсәк. Заявкалар 10 февралгә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 965-645-33-77, 8-996-579-21-88.
Читайте нас: