Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығын үткәреү буйынса Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уны хөкүмәт премьер министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкләйәсәк.