Башҡортостанда 2020 йылда милли проект сиктәрендә ике мәҙәниәт объекты төҙөләсәк
Улар Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында хасил буласаҡ. Төҙөлөш өсөн саралар “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бүленгән. Был хаҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетының әлеге милли проекттың үтәлеше буйынса эш төркөмөнөң ултырышында БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итте.
Программа үҙ эсенә яңы объекттарҙы төҙөүҙе, шулай уҡ әле ваҡытта эшләп торған биналарҙы ремонтлауҙы ала. 2019 йылда милли проектта Башҡортостандан биш объект инде. Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы клуб төҙөлдө, Түбәнге Ҡыйғыла заманса кинозал асылды, Дыуанда һәм Бөрйәндә мәҙәниәт усаҡтарына реконструкция, Миәкәлә капремонт үтте.
“Яңы объекттар Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында төҙөләсәк, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Реконструкция башҡарыласаҡ объекттар тураһында мәғлүмәт һуңғараҡ буласаҡ”, - тип билдәләне Н. Лапшина.
Һүрәттә: Салауат районы Мөрсәлим ауылында сафҡа ингән яңы клуб.