+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль 2020, 10:30

“Заһиҙә”нең яңы балҡышы

Сибайҙағы Балалар музыка мәктәбе директоры Илүзә Хоҙайғолова белем усағында балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатында эҙмә-эҙлекле эш алып барылғаны хаҡында һөйләне.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сибайҙағы Балалар музыка мәктәбе директоры Илүзә Хоҙайғолова белем усағында балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатында эҙмә-эҙлекле эш алып барылғаны хаҡында һөйләне.
Һәр сара “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Билдәле булыуынса, бейеү сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған "Заһиҙә" менән мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина бар донъяны таң ҡалдырғайны. Бөгөн уның улы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин Сибайҙағы Балалар музыка мәктәбенең "Аллегро" өлгөһө хореография ансамбле солисы Ирина Хәсәноваға ошо бейеүҙе өйрәтә.
“Заһиҙә” яңыса балҡыясаҡ, йәш быуын күңелендә милли бейеү сәнғәтенә һөйөүҙе арттырасаҡ тигән ышаныста ижадсылар.
Фото Балалар музыка мәктәбе сайтынан.
Читайте нас: