+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2020, 11:35

“Ҡара йөҙҙәр” балеты сәхнәгә сығырмы?

“Мәҙәниәт” милли проекты онотолған сәхнә әҫәрҙәрен тергеҙеүҙе лә күҙ уңында тота.

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд БАССР-ҙың тәүге халыҡ шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы М. Ғафуриҙың туыуына 140 йыл тулыу уңайынан “Ҡара йөҙҙәр” балетын тергеҙеп, сәхнәгә сығарырға тәҡдим итә.
Был һорау буйынса Башҡорт опера һәм балет театры етәкселеге, Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әбүшахманов менән кәңәшләшелгән.
“Ҡара йөҙҙәр” балеты башҡорт композиторы Халиҡ Зәимов тарафынан, рус композиторы Александр Чугаев менән берлектә ижад ителгән, уның премьераһы 1965 йылда булған һәм ҙур хуплауға лайыҡ булған.
Фото: Фонд культуры им. М. Гафури
Читайте нас: