+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2020, 13:01

Хуш, Театр йылы!

Театр һәр ауылды яңы асыштарға, таланттарға һәм образдарға байытты. Ә тамаша ҡылыусыларҙың дәррәүлеге халыҡтың сәнғәткә битараф булмауына инандырҙы.

Һәр йылдың ниндәйҙер исем аҫтында үтеүенә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тарих биттәренә оҙатҡан Әсә, Ғаилә, Бала, Экология йылдары тураһында күңел түребеҙҙә матур хәтирәләр һаҡлайбыҙ. Бына шаулы фестиваль-смотрҙары, мауыҡтырғыс тамаша-премьералары менән яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған Театр йылы менән дә хушлаштыҡ. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт йортонда үткән сара сағыу йылдың мөһим ваҡиғаларын барлап, театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән һәүәҫкәр коллективтарҙы һәм артистарҙы данлап, бер юлы бер нисә мөһим исем аҫтында башланғыс алған 2020 йылдың да һөҙөмтәле, юғары кимәлдә үтеүен, билдәләнгән маҡсаттарына өлгәшеүен теләп, Рәсәйҙә иғлан ителгән Дан һәм хәтер йылына, республика буйынса Зауыҡлы биләмәләр йылына һәм Башҡорт теле йылына эстафетаны тапшырҙы.

Театр йылы яҡты эҙ ҡалдырҙы. Март-апрель айҙарында районда уҙған «Шаңдау» фестиваль-конкурсында 69 һәүәҫкәр коллектив ҡатнашты, сәхнәгә ҡуйылған тамашаларға бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше йәлеп ителде, ә тамаша ҡылыусылар һаны 4 меңдән ашты. Фестивалдә Атауҙы клубының «Ялҡын» театры гран-при яуланы. Беренсе урынға халыҡ театрҙары араһында ташбулаттар, ауыл биләмәләре араһында ишҡолдар һәм клубтар араһында рысҡужалар лайыҡ булды. Дәүләт, Урал, Мәхмүт театрҙарына — икенсе, Гусев, Хәлил һәм Булат коллективтарына өсөнсө урын бирелде. Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, актер, режиссер, яҡташыбыҙ Әхтәм Әбүшахманов призына республика халыҡ театрҙары фестиваленең нәҡ беҙҙең төбәктә үтеүе лә йылдың мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Унда ҡатнашыусы 11 коллектив араһында Атауҙы һәүәҫкәрҙәре өсөнсө урын яуланы.

Театр йылын ябыу тантанаһын «Ялҡын» коллективы (Атауҙы, етәксеһе Римма Замалитдинова) «Изге ялған» спектакленән өҙөк менән асты. Сәнғәттең һоҡланғыс йүнәлешен үҙ эсенә алған йылға район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И. Ә. Мусин йомғаҡ яһаны. Театр йылына башланғыс биреүсе республика эстафетаһы штандартын Әбйәлил театралдарының бөрйәндәрҙән ҡабул итеүе, район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы (Резеда Юлдашева) «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы менән күрше район тамашасыларын хайран итеүе, йыл дауамында районды шаулатҡан фестивалдәр тураһында бәйән иткәс, Ирек Әғзәп улы оҙаҡ йылдар ижади эшмәкәрлек алып барған өсөн һәүәҫкәр коллективтарҙа үҙҙәре режиссер, үҙҙәре ҡуйыусы булып йөрөгән илһамлы етәкселәргә — Илүзә Шәйәхмәтова («Йәйғор» халыҡ театры, район мәҙәниәт йорто), Резеда Юлдашева (район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр театры), Әлфиә Ғүмәрова («Шоңҡар» халыҡ театры, Ташбулат), Марс Сәйетғәлин («Күбәләк» халыҡ театры, Байым), Нәзифә Солтанова («Нур» халыҡ театры, Дәүләт) һәм Миңзәлә Юлмөхәмәтоваға («Шәфәҡ» халыҡ театры, Амангилде) мәҙәниәт бүлегенең Почет грамотаһын тапшырҙы.

Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов Театр йылы айҡанлы уҙған сараларҙы юғары баһаланы, йыл ҡуйған бурыстарҙы мәҙәниәтселәр лайыҡлы үтәне, сәхнәгә ғашиҡ төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе, тип билдәләне. Сағыу образдары менән театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөштәре өсөн һәүәҫкәр артистарҙы — Мәрғүбә Оморҙаҡова, Илгиз Истамғәлин, Буранбай Һөйәрғолов («Йәйғор»), Фая Ҡаһарманова («Нур»), Әнисә Махийәнова, Рафиҡа Әғзәмова, Сания Махийәнова, («Күбәләк»), Ишморат Әхтәмов, Сабит Ғүмәров, Зөлфиә Ҡужахмәтова («Шоңҡар»), Вәхит Камалов һәм Фәриҙә Уйылданованы (район мәҙәниәт йорто) район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Раян Баян улы ил күләмендә Дан һәм хәтер йылы һәм республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителгән 2020 йылға старт бирҙе һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале сиктәрендә республика смотр-фестиваленең II этабы дауам итеүен, декабрҙә Әбйәлил сәнғәт оҫталарының Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһап, жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булыуын һәм «Еңеү» республика марафонының «Мәңгелек ут» капсулаһын алып ҡайтыуын хәбәр итте. Тантанала был аманат Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә тапшырылды. Артабан «Мәңгелек ут» райондың һәр ауыл биләмәһендә уҙасаҡ сараларҙы урап сығасаҡ.

Йыл тағы ла Башҡорт теле йылы булараҡ күңелебеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле. Уға башланғысты район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе В. Ә. Илһамов бирҙе. Райондың Башҡорт теле йылын үткәреү планы буйынса һәр айҙа айырым девиз аҫтында саралар үтәсәген, яңыраҡ башҡорт теленән тоталь диктант уҙыуын әйтте. Ә шулай ҙа телде һаҡлау, яҡлау тәү сиратта өйҙә, ғаиләлә башланырға тейеш, тигән бурысты ҡуйҙы.

Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған рухи хазинаһын һаҡлаусы, халыҡҡа еткереүсе халыҡ сәсәниәһе, республикала беренсе тапҡыр уҙған «Йырау» бәйгеһендә өсөнсө урын яулусы Хәнифә Әүбәкерова лә туған телде, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлау мәсьәләһе буйынса аһаңле итеп сығыш яһаны.

Театр йылы менән хушлашһаҡ та, ул ҡабыҙған рух быйыл да дөрләп яныуын дауам итәсәк — сарала шулай уҡ ойошма һәм предприятиелар араһында «Атайсал» бәләкәй күләмле театрҙар фестивале иғлан ителде.

Әбйәлилдәр 2019 йылъяҙмаһын иҫтәлекле ваҡиғалар, төрлө тармаҡтарҙағы хеҙмәт уңыштары һәм еңеүле мәлдәр менән нағышланы. Мәҙәниәт өлкәһендәге йылдың иң сағыу, еңеүле сығыштары йәнә сәхнәгә сығарылды. Тамашасылар ысын мәғәнәһендә йондоҙҙар ямғырына шаһит ҡылды. Республика балалар «Байыҡ» телевизион фестивалендә гран-при, Учалыла «Яҙ һулышы», районда «Сыңлы үксә» конкурстарында I урын яулаған «Сорнай», Сочиҙа уҙған халыҡ-ара Таланттар фестиваленең иң юғары наградаһына лайыҡ булған «Йондоҙ» өлгөлө һәм Төркиәлә фестивалдә ҡатнашҡан «Алтынай» балалар бейеү ансамблдәре, РФ-ның атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы исемен аҡлаған «Миләш»тәр, Ҡырымда «Алтын майҙан» халыҡ-ара фольклор фестивалендә I урын алған Үтәгәндән «Суҡ муйыл»дар, Һарытау ҡалаһында Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсында, Мәләүездә төбәк-ара фестивалдә I дәрәжә лауреат булған вокалсы «Серле моң»дар, Троицкиҙа уҙған мосолман халыҡтары араһындағы мөнәжәттәр бәйгеһенән I урын менән ҡайтҡан Ташбулаттан «Гөлнәзирә»ләр, республика таҡмаҡ бәйгеһендә еңгән ҡаҙмаштар, халыҡ-ара «Әй ауазы» ҡумыҙсылар бәйгеһе лауреаты булған Дәүләттән «Серҙәштәр», Илеш районында үткән «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте асыҡ фестивале гран-присылары — район мәҙәниәт йорто «Әхирәттәр»е, Өфөлә үткән «Brillianttalents» I халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында II дәрәжә дипломант булған гимназияның «Шоколадка» бейеүселәре, «Яҙғы тамсылар» район һәм төбәк-ара бәйгеләре лауреаттары — Гусевтан егеттәр триоһы һәм балалар ижад йорто «Йондоҙсоҡтар»ы, республика Шәжәрә байрамының «Ғаиләм — минең ҡәлғәм» конкурсында гран-при алған Заһит, Гөлназ һәм Эльвина Ғәбитовтар ғаиләһе, «Сыңлы үксә» район конкурсында еңгән «Йәйғор» балалар коллективы һәм яңғыҙ башҡарыусылар — Сочиҙа халыҡ-ара конкурста I урын алған Асҡарҙан Сыңғыҙ Билалов, «Таланттар йондоҙлоғо» республика фестиваленең гран-приһын яулаған Ҡаҙмаштан Арсен Ниғмәтуллин, республика Шәжәрә байрамында «Уңған килен» бәйгеһендә I урынға лайыҡ булған Шәриптән Лилиә Яныбаева, район ретро йырҙар конкурсы еңеүселәре Амангилденән Ләлә Ғүмәрова һәм Таштуйҙан Ирина Петрякова сығыш яһаны һәм көслө алҡыштар менән оҙатылды. Таланттарға бай шул еребеҙ. Ағымдағы йылда ла әбйәлилдәр һынатмаҫ, яулайһы еңеүҙәр, бейеклектәр алда әле.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: