+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль 2020, 13:49

Тәмле байрам — «Ашъяулыҡ»

Район мәҙәниәт һарайында бик тәмле байрам — «Ашъяулыҡ» башҡорт милли ризыҡтары асыҡ район конкурсы уҙҙы.

Ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, талҡан, ҡорот, май, ҡыҙыл эремсек, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, сәк-сәк — был ниндәй һый-ниғмәт тиерһегеҙ!? Район мәҙәниәт һарайында бик тәмле байрам — «Ашъяулыҡ» башҡорт милли ризыҡтары асыҡ район конкурсы уҙҙы. Өҫтәлдәр мул, өймәләм аш-һыуҙан һығылып торҙо, халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ни тиклем оҫта ҡуллы булыуын, һәр ризыҡты бәрәкәтле итеп яраштырыуын күрҙек.

2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориада байрамына әҙерлек сиктәрендә уҙған «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале беҙҙең районда тәүгә ойошторолдо. Ни сыҡмаһа, әбйәлилдәрҙән сыға тигәндәй, шундай матур башланғысҡа юл һалынды. Был фестивалгә әҙерлек былтыр уҡ башланды: Башҡортостандың 100 йыллығына арналған күргәҙмәлә районыбыҙҙың милли аш-һыу оҫталары 100 төрлө ризыҡ ҡуйҙы. Әлеге тәмле проекттың авторы Рөстәм Баһаув.

Ижади бәйгелә үҙебеҙҙең оҫтабикәләрҙән тыш, Бөрйән, Учалы, Шишмә райондары делегациялары ҡатнашты. Фестивалде тантаналы асыр алдынан ҡунаҡтарға Әбйәлил тураһында фильм күрһәтелде, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәр ансамбле һәм Михайловка ҡыҙҙары «Тәпән», «Буҙа» һәм «Бишбармаҡ» бейеүҙәре менән дәртләндерҙе.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин «Ашъяулыҡ» милли ризыҡтар фестивален асыҡ тип иғлан итте. Сараны алып барыусы Марс Сәйетғәлин менән Заһит Ғәбитов фестивалдең хөрмәтле ҡунаҡтары — жюри ағзалары менән таныштырҙы: республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Бөрйән районының «Капова тур» туристик базаһының генераль директоры Урал Хәлиуллин, «Тамъян» ҡулланыусылар йәмғиәте директоры Наил Рәхмәтуллин. Жюри рәйесе — мәҙәни ял үҙәгенең методик үҙәге мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм халыҡ ижады үҙәге исеменән бәйгеселәрҙе Гөлгөнә Баймырҙина тәбрикләне.

— Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, халҡыбыҙҙың йолалары менән бер рәттән милли аш-һыу нескәлектәрен, серҙәрен һаҡлаһаҡ, тергеҙһәк, үҙ тамырҙарыбыҙҙы белһәк кенә беҙ милләт булараҡ үҙ асылыбыҙҙы, йөҙөбөҙҙө һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, — тине Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы. — Бөгөн беҙ киләсәккә табан мөһим аҙым яһаныҡ. Артабан был фестиваль үҙенең офоҡтарын киңәйтһен, ҡатнашыусылар күберәк булһын ине.

Бына абруйлы жюри үҙенең эшен башланы. Милли ризыҡ менән тулы өҫтәлдәрҙә ни генә юҡ, мәҙәниәт һарайының ике ҡатын тултырып мул табын ҡоролғайны. Әллә нисә туйға етерлек һый-ниғмәт әҙерләүселәрҙең күпселеге район мәҙәниәтселәре. Улар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы башҡорт кейемдәрендә ихлас ҡаршы алды, бөтә ҡунаҡсыллыҡтарын һалып һыйланы, һәр ризыҡтың әҙерләү сере менән таныштырып ҡалырға тырышты. Әбйәлилдәргә генә хас муллыҡ, бәрәкәт сағылды «Ашъяулыҡ»та — күҙ алдына килтерегеҙ әле: ҡаҙы-тултырма, тоҙлоҡло бишбармаҡ, эс-ҡарын, ҡарта, ҡорот менән майҙың ниндәй генә төрлөһө юҡ, сейәле, муйыллы, аҡ, иретелгән һары май, ыҫталған, әсе, кипкән, сөсө ҡорот, эремсек, һөҙмә, ҡыҙыл эремсек, ҡаҡ, талҡан. Эсемлектәрҙән ҡымыҙ, буҙа, айран, хуш еҫле үлән сәйҙәре ҡуйылды. Ҡамыр ризыҡтарын һанап осона сыҡҡыһыҙ — ҡомалаҡҡа әсетеп бешерелгәне, ҡул икмәге, майикмәк, көлсә, йыуаса. Өҫтәл йәме сәк-сәк, урама, емешле бөйөрөктәр, төрлө бәлештәр, ҡоймаҡ — уларҙың ниндәйен генә бешермәгән Әбйәлил хужабикәләре. Был тиклем ризыҡты әҙерләп, көн-төн йоҡламаған апай-инәйҙәрҙең оҫталығына һоҡланырлыҡ. Өҫтәлдәрҙе фантазия менән биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргәндәр. Мәҫәлән, ташбулаттар ашъяулыҡты тирмә эсенә йәйгән, яҡташ рәссам Әхмәт Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһын «тергеҙеп» өс ҡатынды ултыртҡан.

Гусевтар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, һуғыш осоро ризыҡтарын — үләндәр, ҡыҙҙырылған ҡурмас, ыумас, хатта онотолоп барған «бетле икмәк» (киндер һалынғас, бетле тигәндәр, сөнки ул сәйнәгәндә сырт-сырт итеп тора), күмәс, көлгә тәгәрәтелгән картуф бешергәндәр. Буранғолдар, ҡушыйҙар итле ризыҡтың ниндәйен генә ашъяулыҡҡа сығарманы. Ә инде байымдарҙың ашъяулығына таң ҡалмаған кеше булманы. Алты өҫтәл милли ризыҡтан һығылып торҙо. Бай табынды йәмләгән һигеҙ килолыҡ сәк-сәк үҙе генә ни тора: «Ҡырҡты тауы» итеп нарыҡлап, бейек тау һырттары итеп өйөлгән, хатта «ҡуйы ҡарағай урмандары» ла, «күле» лә бар, тау итәгендә сәк-сәктән ете тирмә ҡуйылған. Һәр төбәк үҙенә генә хас аштары, эсемлектәре, уларҙы әҙерләү серен күрһәтеп ҡалырға тырышты, самауырҙар боһораны, тел йоторлоҡ тәмле ризыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡланы. Ойошмаларҙан «Ирәндек» ял лагерының өҫтәле зауыҡлы биҙәлеше менән йәлеп итте. «Алтын ҡурай» кафеһы ҡамыр аштарына өҫтөнлөк бирҙе. Конкурсанттар араһында айырым ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Рәхмәттән Идия Ғәлимова өҫтәлендәге мул һый ағас һауыт-һабаларға ғына һалынғайны, оҫта хужабикә жюри ағзаларына буҙаның боронғоса ысул менән ҡойолғанын тәмләттерҙе. Дауыттан Мәүлиҙә Мөхәмәтдинова «Килен сәйе»нә саҡырҙы: ашъяулыҡҡа иң ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн затлы һый теҙгәйне. Әбйәлил ауылынан Гөлшат менән Айҙар Йәркәевтар ғаиләһе ыҫланған ризыҡтар менән иғтибар йәлеп итте. Луиза Ғәниева әсәһе Хәснә Варисова һәм ҡәйнәһе Ғәшүрә Әүбәкирова менән мул табын ҡорҙо. Шишмә районынан йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһы боронғо ризыҡтарға заманса төҫ, зауыҡ өҫтәне, бөрйәндәр солоҡ балы, үлән-емештәр төрлөлөгө менән алдырҙы, учалылар кәзә һөтөнән эшләнгән продукцияның күп төрлөлөгөн күрһәтте.

Жюриға өҫтәлдәрҙе ҡарап-тәмләп сығыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителһә, улар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү, баһалау өсөн бер нисә сәғәт кәрәк булды. Барыһы ла тырышҡан, күпме хеҙмәт көс түгелгән. Башҡорт милли ризыҡтарын һаҡлау һәм пропагандалауға үҙ өлөштәрен индергән — Г. Мортазина (Учалы), Х. Хәйруллина (Таштимер), Л. Ғиниәтова (Ишҡол), «Усманов» шәхси предприятиеһы (Әлмөхәмәт) Почет грамоталары менән билдәләнде. Төрлө номинацияларҙа — «Тематик өҫтәлде иң яҡшы презентациялау» — Буранғол биләмәһе мәҙәниәтселәре (Г. Мәғәфүрова), «Еңеүгә ынтылыш» – Әлмөхәмәт (З. Әхмәтова), «Иң яҡшы тематик өҫтәл» — Хәмит (Ә. Ҡасимова), «Иң күп төрлө аш-һыу» — Таштимер (Л. Ғиләжева), «Иң үҙенсәлекле ризыҡтар» — Амангилде (З. Ҡужәхмәтова), «Аш-һыуҙа заманса технологиялар» — Красная Башкирия (Г. Руденцова), «Онотолған милли ризыҡтарҙы һаҡлау» — М. Яҡупова (Асҡар), А. Иҙелбаева (Өфө), «Иң затлы ризыҡ» — «Алтын ҡурай» кафеһы (Йәлембәт) баһаланды. III дәрәжәләге дипломдар менән ойошмалар араһында Шишмәнән «Туҡланыу үҙәге», биләмәләр араһында Дәүләт (Н. Солтанова), Ташбулат (З. Ҡарағужина), Рауил (Л. Яҡупова), Айырым конкурсанттар араһында М. Мөхәмәтдинова (Дауыт), Өмөтбаева (Әлмөхәмәт МТС-ы) билдәләнде. II дәрәжәләге дипломдар менән ойошмалар араһында: Бөрйән районы этнотуры (У. Хәлиуллин); Йәнгел биләмәһе (Н. Мәғәфүрова), Һәйетҡол ауылы оҫтабикәләре, айырым конкурсанттар араһында Л. Ғәниева (Асҡар), Р. Фәхретдинова (Учалы). I дәрәжәләге башҡорт аш-һыуы оҫтаһы тип танылдылар: ойошмалар араһында «Ирәндек» ял лагеры (Г. Ниязғолова); биләмәләр араһында Гусев (Э. Ямалова), ауылдарҙан Ҡушый ауылы. Айырым ҡатнашыусылар араһында Йәркәевтар ғаиләһе (Әбйәлил) И. Ғәлимова (Рәхмәт), Ф. Мусина (Хәлил). «Халыҡ фекере» номинацияһында иң күп тауыш йыйған Дәүләт һәм Байым өҫтәлдәре еңде. «Ашъяулыҡ» фестиваленең Гран-приһына хаҡлы рәүештә Байым биләмәһе мәҙәниәтселәре (М. Сәйетғәлин) лайыҡ булды.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: