+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль 2020, 10:15

Быйыл мәҙәни саралар гөрләйәсәк!

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында уҙған йылға йомғаҡ яһалды, яңы пландар билдәләнде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров мәҙәниәт өлкәһенең ил үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнен, йәмәғәт тормошоноң, милли үҙенсәлектең нигеҙе булып тороуын билдәләне. Ул үткән йылды барлап, уның төрлө сараларға, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыуы хаҡында һөйләне.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, үткән йылдың мөһим ваҡиғалары – Шәйехзада Бабичҡа һәм Ғабдулла Туҡайға һәйкәлдәр асыу, Башҡорт теле, Милли кейем көндәрен дәүләт кимәлендә билдәләү, республиканың төп майҙандарының береһендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу хаҡында ҡарар сығарыу, башҡорт кинематографындағы ике кинопремьера – “Беренсе республика” (режиссеры - Булат Йосопов) һәм “Һеңлекәш” (режиссеры - Александр Галибин). 100 йыллығын билдәләгән Башҡортостан бер нисә ҙур мәҙәни сараның үҙәгендә, уларҙың төп ойоштороусыһы булды. “Евразия йөрәге”, “Көмөш Аҡбуҙат”, Илдар Абдразаҡовтың халыҡ-ара фестивалдәре, “Владимир Спиваков саҡыра” Бөтә Рәсәй фестивале – былар барыһы ла Башҡорт мәҙәниәте тарихында әһәмиәтле ваҡиғалар булараҡ уйылып ҡаласаҡ.
2020 йылда ла мөһим, сағыу саралар көтөлә. Башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың, беренсе башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына - 125 йыл, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы булдырылыуға - бер быуат. Бөтә Рәсәй, донъя кимәлендә үткәреләсәк саралар – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Бөтә донъя фольклориадаһы. Шулай уҡ быйыл мәҙәниәт өлкәһендә грант һәм субсидиялар алырға теләүселәргә лә киң офоҡтар асыласаҡ. Республикала барлыҡ мәҙәни саралар "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #
Читайте нас: