Фольклориада–2020 ҡунаҡтарының беҙҙең районға ла киләсәге тураһында бер нисә йыл алдан һөйләй башлағайныҡ инде. Уҙған шәмбе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары А. Г. Назаров эш сәфәре менән Әбйәлилгә килгәнендә был тема буйынса ла һөйләшеү булды. Андрей Геннадьевич VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итәсәк майҙансыҡтарҙы ҡараны.
– 20–27 июлдә Көнсығыш фестиваль округында сығыш яһаясаҡ сит ил ҡунаҡтарын Әбйәлил 22 июль ҡабул итәсәк, – тине республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Фольклориадаға әҙерлек һәм үткәреү буйынса дирекция етәксеһе Артур Әлибаков. – Бөтәһе ун илдән – Албания, Гватемала, Германия, Ҡырғыҙстан, Латвия, Парагвай, АҠШ, Таиланд, Черногрия, Эквадорҙан 309 кеше киләсәк. Ҡунаҡтарҙың йәшәү, туҡланыу урындары билдәләнде. Улар «Березка» ял йортона урынлашасаҡ, район үҙәгендәге «Умарта» ашханаһында туҡланасаҡ. Фестивалде уҙғарыу урыны итеп үҙәк майҙандағы сәхнә һайланды. Тамашаның район үҙәгенең эсендә үтеүе бик күп тамашасыларҙы йәлеп итәсәге менән дә уңайлы буласаҡ. Көн яуын йәки ныҡ һалҡын булһа, ҡунаҡтарҙың йылы яҡтарҙан килеүен иҫәпкә алып, сараны эргәләге район мәҙәниәт һарайына күсереү күҙаллана.
Ҡыҫҡаһы, быйыл йәй әбйәлилдәрҙе сағыу тамаша көтә. Ябай халыҡ Юбилей урамынан башланғыс алып Ленин урамы буйлап үҙәк майҙанға тиклем уҙасаҡ костюмдар парадына, сара урынында ҡунаҡтарҙың сығыштарынан торған концерт программаһына, оҫталар һәм кәсепселәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһенә һәм музыка ҡоралдары йәрминкәһенә тамаша һәм сауҙа ҡыла аласаҡ.