+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март 2020, 12:33

«Еңеү» марафоны башланғыс алды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап, районда «Еңеү» фестиваль-марафоны старт алды.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап, районда «Еңеү» фестиваль-марафоны старт алды. Уға Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәре дөргөн башланғыс биреп, эстафетаны хәлилдәргә тапшырҙы.

Концерт бер тында уҙҙы. Хәлил мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһен дәртле бейеүҙәре менән «Дуҫлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле дер һелкетте. «Уралочка», «Серҙәштәр» вокал ансамблдәренең сығыштары, яңғыҙ башҡарыусыларҙан Исмәғил Хәлисовтың, Лариса Ғибәҙәтованың йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде. Иң оло ҡатнашыусы Зөбәйлә Өмөтбаева башҡорт халыҡ йыры «Сәлимәкәй»ҙе аһәңле итеп башҡарҙы. Мөслимә Фәттәхованың нәфис һүҙе йөрәк ҡылдарын сиртте. Концертты музыкаль яҡтан биҙәүгә баянда Ләйлә Ғүмәрова күп көс һалды.

Тамашасылар рәтендә район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәховтың да булыуы сараның бәҫен арттырҙы. Концертты йомғаҡлап, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы И. С. Батыршин марафондың символы булған «Мәңгелек ут» капсулаһын Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллинға тапшырҙы. 12 мартта хәлилдәр уны, сират буйынса, амангилделәргә тапшырасаҡ. Еңеү көнөнә тиклем ул бөтә ауыл биләмәләрен дә урап сығырға тейеш. Ә район һәүәҫкәрҙәренең иң сағыу сығыштары 9 Майҙа байрам тантанаһын биҙәйәсәк.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.


Читайте нас: