+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Март 2020, 12:04

Хеҙмәттән йәм, тормоштан дәрт табып

Йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшыларҙы билдәләп, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙын һәм ҡиммәтле бүләк тапшырыу йолаһы йәшәп килә.

Йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшыларҙы билдәләп, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙын һәм ҡиммәтле бүләк тапшырыу йолаһы йәшәп килә. 2019 йылда һөҙөмтәле эшләп, ошондай баһаға лайыҡ булғандар араһында һеҙ һүрәттә күргән Фирүзә Хөсәйенова менән Әлфиә Ғәлләмова ла бар.

Фирүзә Сәлимйән ҡыҙы «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булһа, Әлфиә Марсель ҡыҙы йәмәғәт ойошмалары араһында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булараҡ билдәләнде.

Ғәмәлдә иһә, улар икәүһе лә клуб мөдирҙәре, тәүгеһе Рысҡужа клубын етәкләһә, икенсеһе Әбделғәзелә мәҙәниәт усағы мөдире.

Әлфиә Ғәлләмованың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә ике тиҫтә йылдан ашыу инде. Хәмит ауылында ошо өлкәлә эш башлаған Әлфиә Марсель ҡыҙы Әбделғәзеғә килеп төпләнгәс тә, үҙенең күңеленә оҡшаған эшкә башкөллө сума. Хәҙер инде Әлфиә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та бар халыҡты әйҙәп алып йөрөй. Ниндәй генә саралар үткәрмәй ҙә, ниндәй генә кисәләр ойоштормай ул!

Йыл һайын «Ирәндек» балалар лагерында ял иткән ололарҙың буш ваҡытын файҙалы ойоштороу өсөн яуаплылыҡ та уның иңендә. Ә. М. Ғәлләмова үткәргән күңелле сара-кисәләргә әүҙем йөрөп, күңелдәре булғансы уларҙа уйнап-көлөп, рәхмәтле булып ҡайта ял итеүселәр. Кешеләрҙең һорауы буйынса юбилейҙар, туйҙар ҙа үткәрә йыр-моңға ғашиҡ, шиғри күңелле Әлфиә Марсель ҡыҙы.

Ф. С. Хөсәйенованың мәҙәниәт өлкәһенә килеүенә әллә ни оҙаҡ ваҡыт үтмәһә лә, ул да халыҡтың ихтирамын яулап өлгөргән хеҙмәткәр. Ойоштороу һәләтенә эйә мөдир ауылдағы йәмәғәт ойошмалары менән берлектә үткәрелгән сараларға халыҡтың күпләп ҡатнашыуына өлгәшә.

Эшкә уңған, дәртле хеҙмәткәрҙәр донъяларын да гөрләтеп көтәләр. Хәстәрлекле ир ҡатыны, өлгөлө әсәй булыуҙары менән дә ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанғандар.

— Ауыл халҡы мәҙәни сараларҙы һәр саҡ көтөп ала, нимә генә үткәрһәк тә, ярҙам итеп, уға бергәләшеп әҙерләнәбеҙ. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша: кемдер йырлай, икенселәр дәртле итеп бейей, аш-һыуын да әҙерләйҙәр, иң мөһиме — йәш быуынға үҙ кәсептәрен күрһәтеп, уларҙы әүҙем тормош алып барыуға йәлеп итеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр. Ошондай саралар ауыл халҡын бергә туплай, — тиҙәр алдынғы хеҙмәткәрҙәр.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: