Һайлап алыу «Мәҙәни мөхити» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бындай китапхана булдырыуҙың төп маҡсаты — китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, китап фондын тулыландырыу, уларҙы интернет селтәренә тоташтырыу. Былтыр конкурсҡа илдең 78 төбәгенән 500-ҙән ашыу заявка булып, уларҙың 110-ы үтте. Улар араһында Башҡортостан да булып, китапханалар һанлы форматта тормошҡа ашырыла башланы.