Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2020, 10:45

Ирекмәндәр Фольклориадаға әҙерләнә

Башҡортостанда уҙасаҡ Фольклориадаға 700 ирекмән йәлеп ителәсәк.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

В. Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә республикала күләмле сараға әҙерлек бара.
Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек эштәрендә һәм уны үткәреүҙә 700 ирекмән ҡатнашасаҡ. Фольклориадала эшләү өсөн махсус курс үтеү мәжбүри шарт булып тора, ул май айында үткәреләсәк. Ирекмәндәрҙе йәлеп ителәсәк беренсе ҙур сара 10 апрелгә билдәләнгән. «Фольклориадаға тиклем – 100 көн» тип аталған байрам уҙасаҡ.
#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в