+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2020, 10:05

"Тере һүҙ"емде әйттем...

“Тере һүҙ” республика йәштәр конкурсы быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был ижади бәйге шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләү маҡсатында уҙғарыла.
“Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырған “Тере һүҙ” бәйгеһе ижади йәштәрҙе асыҡлау һәм уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге. Республикала өсөнсө тапҡыр үткән был конкурс быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.
Шиғри бәйгенең тәүге турына (ул ситтән тороп үткәрелгән) 97 ғариза ҡабул ителгән. Икенсеһенә район-ҡалаларҙан 43 кеше һайлап алынған. Улар Өфөлә ике көн дауамында көс һынашҡан. Финалға сыҡҡан конкурсанттар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ — балалар ижады йорто методисы Айгөл Ғәлина менән Өфө дәүләт авиация-техник университеты студенты Иҙел Хәкимов булыуы ҡыуаныслы. Улар абруйлы жюри иғтибарына Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен тәҡдим иткән. Иҙел “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын тасуири уҡыһа, Айгөл “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” әҫәренән өҙөк һөйләгән. Яҡташтарыбыҙ һынатмай, призлы урындар яулай. А. Ғәлина “Проза әҫәрен тасуири уҡыу” номинацияһында икенсе, И. Хәкимов “Шиғырҙы тасуири уҡыу” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булған.
—Шиғырға һөйөү һәр кемгә бирелмәй. Конкурста мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы, тимәк йәш быуын нәфис һүҙгә битараф түгел. Был бәйге йәштәргә ынтылыш бирер, рухи донъяһын байытыр, киләһе йылдарҙа ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, — тигән конкурсты йомғаҡлап, жюри рәйесе, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов.
Бәйгенән һуң сәхнә телмәре, нәфис һүҙ буйынса уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәре бик йөкмәткеле булған.
— Ошондай конкурстар бигерәк тә йәштәргә кәрәк, – тине Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы бәйгенән һуң үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып.– Конкурста тәүге тапҡыр көсөмдө һынап ҡараным. “Тере һүҙ” ижади мөмкинлектәрҙе үҫтереүсе, ҡанат ҡуйыусы бәйге. һүҙ оҫталарының кәңәштәре, дәрестәре бик фәһемле булды. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Республика ШКИД” спектакленең премьераһына барыу онотолғоһоҙ кисерештәр ҡалдырҙы, бик оҡшаны.
Читайте нас: