Күңелдәрҙә ойоп ятҡан моң шишмәһе ярҙарынан ташып сыҡты ла, моңға сарсаған башҡаларҙың күңеленә ағылды, шифа булып яғылды. «Йырлы ауыл» район конкурсын бер һөйләмдә ошолай ғына итеп тә һүрәтләп булалыр. Ләкин һәр ауылда, һәр ауыл биләмәһендә һәм район кимәлендә өс турҙа үткән ҙур күләмле бәйге — йыр байрамы тулы ҡиммәтендә яҡтыртыуға, асыштар, яңы тауыштар өсөн ҙур маҡтауҙарға лайыҡ.
Әйткәндәй, конкурстың масштабы тағы ла киңерәк — алда уның республика этабы көтә әле. Иң шәп йырсыларыбыҙ танылған сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған жюри алдында сығыш яһаясаҡ, был һынауҙы уңышлы үткән таланттар баш ҡалала уҙасаҡ йомғаҡлау концертында сығыш яһаясаҡ. Шулай ҙа республика кимәлендә иғлан ителгән конкурстың тәүге этаптары иң ҡатмарлыһы һәм ауырылыр ул. Ҡатнашыусы ла, жюри өсөн дә. Кемгәлер үҙ-үҙен, комплекстарын еңеп, сәхнәгә сығыуы үҙе бер ҡаһарманлыҡ булһа, баһалаусылар бөтә ауылдарҙа булып, һәр сығышты тыңлауға, улар араһынан иң лайыҡлыларын киләһе этапҡа һайлап алыуға ғәйәт ҙур хеҙмәт һалған. Шуға ла уҙған көҙ башланғыс алған бәйгегә район буйынса яңы саҡ йомғаҡ яһалыуы бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел. Конкурстың беренсе этабы 1735 (!) йырсыны ауыл сәхнәһенә алып сыҡҡан. Шулар араһынан сағыу тауышлы үҙенсәлекле моң эйәләре ауыл биләмәләренең үҙәк мәҙәниәт йортонда сығыш яһаған. Район мәҙәни-ял үҙәгенең вокал буйынса белгестәре Зөмәрә һәм Сәғит Хызыровтар, Резеда Юлдашева һәм Заһит Ғәбитов тәҡдим ителгән 468 концерт номерын ентекләп ҡарағандан һуң, 60-ын район кимәлендәге гала-концертҡа һайлап алған.
Гала-концерт район мәҙәниәт йортонда ике кис дауам итте. Тамашасылар һәүәҫкәр йыр оҫталарын, быға тиклем исемдәре ишетелмәгән яңғырауыҡ йәш тауыштарҙы, талантлы ансамблдәр, трио, дуэт башҡарыусыларҙы яратып ҡабул итте. Беҙҙең халыҡ йөрәккә үткәреп йырлай ҙа, тыңлай ҙа белә. Баҡтиһәң, күңел нәҡ ошондай йырлы тамашаларға һыуһаған икән! Ике көндә лә ике сәғәтлек фәҡәт йырҙарҙан торған концертты ҡарау һис ялҡытманы. Сөнки бер-береһен һис ҡабатламаған сығыштар сиратлаштырылды, бәйгеселәрҙең өҫ-баштарының зауыҡлылығы, ансамблдәрҙең бер иш күлдәктәрҙә сәхнәгә сығыуы күҙҙәр өсөн дә байрам булды.
Был юлы сығыштарҙы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин етәкселегендәге жюри — «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Радмир Солтанбаев, район мәҙәни-ял үҙәгенең художество етәксеһе Гөлнара Мостафина, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Нияҙғолова баһаланы.
Гала-концертҡа үтеүселәр барыһы ла «Йырлы ауыл» район конкурсында ҡатнашыусы дипломы менән билдәләнде. Ә «иң-иң» тип табылған башҡарыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. «Асыш» номинацияһына Яңы Һамарҙан Карина Маркова, Дәүләттән Аделина Нафиҡова, Һамарҙан Альберт Сөләймәнов, Асҡарҙан Ринат Амырҙин, Ишбулдынан Рузил Шәмсетдинов лайыҡ булды. «Әүҙем ҡатнашыусы» дипломдары Хәмиттән Вилдан Зәйнишевҡа һәм Гусевтан Гөлсәсәк Әсәҙуллинаға бирелде. Йыш быуында йырға һөйөү уятыусы вокал буйынса педагогтар Йәүрә Ғәтиәтуллина (Гусев) һәм Фәнилә Нөғәмәнова (Асҡар) рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Коллектив сығыштар араһында «Таштуй» (етәксеһе Нәйлә Арғынбаева), Ташбулаттан «Гәлсәр» (Тәнзилә Фәйзуллина), Рауилдән «Йәйғор» (Айгөл Ишбулатова) ҡатын-ҡыҙҙар, Таштимерҙән ир-егеттәр (Заһир Хызыров) ансамблдәре — «Эстрада йырын оҫта башҡарыусы» һәм «Юлдаш»тар (Гөлназ Әхмәтҡужина) «Фольклор йырын оҫта башҡарыусы» номинацияларын яуланы. Бәләкәй ансамблдәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан Таңсулпан Йомағужина, Гөлназ Вәлиева һәм Гөлнара Күсәрбаева (Асҡар), ир-егеттәрҙән «Афарин» ансамбле (Гусев) — «Иң яҡшы трио», Күсемдән Зөлфиә һәм Риф Ҡарағужиндар — «Дуэт», Рысҡужанан Мәһәҙиевтар «Ғаилә ансамбле» номинацияһына лайыҡ булды. Яңы Балапандан кескәй йырсы Айһылыу Әбделғазина «Иң йәш ҡатнашыусы», Әлмөхәмәттән Зөбәйлә Өмөтбаева «Иң оло бәйгесе» тип нарыҡланды. 80 йәшендә лә тын тәрәнлеген һаҡлаған инәй башҡорт халыҡ йыры «Сәлимәкәй»ҙе башҡарҙы. «Халыҡ йыры» номинацияһы иһә Мәхмүттән йәш йырсы Рифат Исҡужинға бирелде, Буранғолдан Рәсих Сәлмәнов һәм Таштимерҙән Айҙар Йәркәйев үҙенсәлекле башҡарыу маһирлығы өсөн билдәләнде. Яңы Һамарҙан Лилиә Мөхөтдинова һәм Ташбулаттан Артур Шәрипов «Соло» номинацияһына лайыҡ булды.
Ауыл биләмәләре араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде. Асҡар, Буранғол, Әлмөхәмәт — I, Йәнгел, Хәмит, Ҡырҙас — II, Дәүләт, Рауил, Красная Башкирия биләмәләре III дәрәжә дипломант булды. Лауреаттар араһында өсөнсө баҫҡысты Хәлил, Амангилде, Байым биләмәләре биләне. Икенсе урынды Ташбулат һәм Гусев биләмәләре бүлеште. I дәрәжәле лауреат дипломы менән Таштимер ауыл биләмәһе бүләкләнде. Тәбрикләнеүселәргә дипломдар һәм конкурстың символы булған «Алтын микрофон» статуэткаһы тапшырылды.
Йомғаҡлау һүҙен мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин әйтте:
— Бәйге әбйәлилдәрҙең бейеүсе генә түгел, йырға ла маһир булыуын иҫбатланы. Беҙҙең төбәк таланттарға бик бай. Республика этабына сығыусылар Өфөлә Әбйәлилде данға күмеп, еңеп ҡайтырҙар, тип ышанам.