+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2020, 10:00

Онлайн-концерттар тәҡдим ителә

Карантинға ҡарамаҫтан, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәр республикала туктатылмай.#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Илдә коронавирус арҡаһында килеп тыуған карантинға ҡарамаҫтан, Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәр республикала туктатылмай.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашасыларҙы онлайн-трансляцияға саҡырҙы. Иң яратып ҡаралған рус операларының береһе – “Батша кәләше” спектакле «Башҡортостан-24» телеканалында трансляцияланды Ә иртәгә, 25 мартта, Башҡортостан халҡы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы концертын ҡарай аласак. Халыҡ һәм эстрада коллективтары федераль телеканалдың республика филиалы майҙансығында ижади программаһын тәҡдим итәсәк.
Фото: bashinform.ru
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: