Таштимер ауылында йәшәгән ирле-ҡатынлы Хызыровтар йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Район ғына түгел, республика кимәлендә билдәле комбайнер Хәйҙәр ағай гармунсы булараҡ та танылыу алған уҙаман, ул район кимәлендә ойошторолған «Уйна, гармун!» бәйгеләрендә призлы урын яуламай ҡалғаны юҡ. Хәйҙәр ағай гармунда уйнаһа, ҡатыны Сәриә апай, уға ҡушылып, йыр башлай...
Ошондай мөхиттә үҫкән Заһирҙың мәктәптән һуң сәнғәт училищеһына уҡырға инеүенә бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел. Матур тауышы өҫтөнә оҫта ҡурайсы тигән даны ла бар егеттең.
Сәнғәт училищеһының вокал бүлеген уңышлы тамамлағас, Заһир Хызыров ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән тыуған ауылы клубына мөдир булып эшкә урынлаша.
Ойоштороу һәләтенә эйә Заһир Хәйҙәр улы ауылдың мәҙәни тормошона яңы һулыш өрә, тиһәк тә хата булмаҫ. Төрлө мәҙәни саралар даими үткәрелә, район кимәлендә уҙған фестиваль-конкурстарҙа ла әүҙемләшә таштимерҙәр.
Бына икенсе йыл инде «Таштимерҙең аҫыл ир-егеттәре» исемле концерт программаһын әҙерләп, уны райондаштар хөкөмөнә тәҡдим итәләр. Һәр ерҙә таштимерҙәрҙең йырлы-моңло, шаян-дәртле сығыштарын көтөп алалар.
Ауылдың ир-егеттәренән торған, Заһир Хызыров етәкселегендәге вокал ансамбль «Йырлы ауыл» бәйгеһенең һайлап алыу турын уңышлы үтеп, район сәхнәһендә лә үҙенсәлекле сығышы менән юғары баһа алды. Бөгөн таштимерҙәр Өфөлә үтәсәк республика турында сығыш яһарға әҙерләнә.
Дәрт-дарманы ташып торған йәш йырсы Заһир Хызыров район данын яҡлап, коллегалары менән республиканың район-ҡалаларында ғына түгел, сит өлкәләрҙә үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Көслө тауышлы йырсы республика кимәлендәге, төбәк-ара, Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, бер-бер артлы еңеүҙәр яулай. «Гәлсәр һан-дуғас» бәйгеһендә лауреат исемен ала. «Башҡорт йыры» ла уңыш килтерә. яҡташыбыҙҙың «Юлдаш» радиоһы аша яңғыраған йырҙары тамашасылар күңеленә үтеп инә һәм ул күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелә.
Киләсәктә ижади үрҙәрең тағы ла бейегерәк, еңеүҙәрең тосораҡ булһын, Заһир!