+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2020, 11:25

Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын байрам итеү тураһында Указ сығарҙы.

Указға ярашлы ойоштороу комитеты булдырыла, уға сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Беҙҙең республикала шағирҙың исемен йөрөткән Ғафури районы, Өфөлә урам һәм парк, Башҡорт академия драма театры бар, ошо театр алдында әҙәбиәтсе һәм драматургтың һәйкәле тора.
Читайте нас: