+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2020, 10:43

Сәхнә өсөн генә яралған

Ҡыш — буранһыҙ, йәй ҡояшһыҙ булмаған кеүек, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын Физалиә апайһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хәйер, был талантлы актрисаны белмәгән кеше һирәктер. Һоҡланғыс һәләткә эйә, үҙ эшенә мөкиббән булған актриса театр донъяһында йондоҙ булып балҡый.

Туйыш ауылында тыуып үҫкән Әбйәлил ҡыҙын Стәрлетамаҡ тамашасыһы күптән инде яратып, «беҙҙеке» тип йөрөтә. Был һүҙҙәргә лайыҡ булыу еңелдән түгел, сөнки заман менән бергә тамашасы ла үҙгәрә. Ә үҙ тамашасыңды һаҡлап ҡалыу — һәр артистың тормош маҡсаты тиһәм дә яңылышмаҫмын. Бының өсөн әллә күпме хеҙмәт һалына, йоҡоҡһоҙ төндәр үтә, бихисап образдарға йән өрөлә һәм тамашасы хөкөмөнә тапшырыла. Физалиә Рәхимова лайыҡлы рәүештә тамашасы ихтирамында ҡойона.
Физалиә апайһыҙ сәхнә юлын һайлауында әсәһенең өлөшө ҙур. Иң яҡын кешеһе уға бәләкәй сағынан уҡ сәхнәлә сығыш яһау өсөн төрлө биҙәүес, сәсмәүер, алҡа-беләҙектәр бүләк итә. Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, ҡыҙының оло сәхнәлә сығыш яһауын күреп, әсә оло кинәнес кисерә.
1993 йылда йәш актриса Илһам Рәхимов менән тормош ҡороп, Стәрлетамаҡ ғаиләләре сафын ишәйтә. Ошо көндән башлап, Стәрлетамаҡ Физалиә Рәхимова өсөн иң яҡын урынға әйләнә. Ул һәм ҡыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы улар, ғаиләне һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуя беләләр. Был изге мөйөштө, йорт усағын күҙ ҡараһылай һаҡлай улар. Театр иһә Рәхимовтар өсөн — яратҡан эш, ижад майҙаны.
Театр көнө алдынан Физалә Рәхимова менән бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Яңыраҡ Әбйәлил тамашасыһына тәҡдим ителгән «Ҡоҙаса» комедияһындағы Шәмсиә еңгә роле тап һеҙгә төбәп яҙылған кеүек. Һеҙҙең иҫ киткес һәләтегеҙ, ҡабатланмаҫ хәрәкәтегеҙ тамашасы күңелен шунда уҡ әсир итә.
- Үҙен артист тип һанаған кеше, ниндәй генә роль булмаһын, тулыһынса үҙен ошо образға бирергә тырыша. Режиссер ролде тәғәйенләү менән мин ошо образ эсендә йәшәй башлайым, хатта өйҙә лә геройым тормошон онотмайым. Спектакль тамашасы алдына сығарылған көндө иһә үҙеңдең бөтә тормош мәшәҡәттәрен онотоп, тик ролде генә уйлап, барлыҡ борсолоуҙарыңды шаршау артында ҡалдырып, сәхнәгә сығырға кәрәк. Сөнки тамашасы артисты ҡарарға түгел, ә геройҙың яҙмышын күрергә килә. Театр һөйөүселәр айырыуса «Мөхәббәт ҡоштары»нда Сәриәне, «Насретдиндың биш ҡатыны»нда Тутихонды, «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡыр сырағы»нда Нурияны, «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән»дә Бәндәбикәне, «Ҡыҙ урлау»ҙа Туҡтабикәне һәм башҡа геройҙарҙы ярата.
- Тамашасыны тоңло тауышығыҙ менән арбайһығыҙ...
- Мин күңел өсөн генә йырлайым. Спектаклдәрҙә режиссер талабы буйынса йыр башҡарырға тура килә. Илһам менән йырлаған дуэттарыбыҙ ҙа бар.
Бына шундай сағыу сәнғәт йондоҙҙары ул Рәхимовтар. Уларҙың ижад ҡомары артабан да һүнмәһен.
Гөлдәр Собханғолова.
Читайте нас: