+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Март 2020, 11:20

Һеҙҙең иғтибарға — виртуаль концерттар

Карантин мәлендә халыҡты тамашаһыҙ ҡалдырмау өсөн сәнғәт әһелдәре хәленән килгәндең барыһын да эшләй

«Мәҙәниәт» милли проекты виртуаль концерттар, онлайн-тамашалар үткәреүҙе алғы планға ҡуйҙы һәм был бөтә ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла. Рәсәй интернет-ресурстары кинотеатрҙарҙа барған бөтә премьераларҙы һанлы форматҡа күсереп, онлайн-режимға ҡуйҙы. Хәҙер һылтанмалар буйынса инеп, яңыраҡ ҡына премьераһы булған фильмдарҙы ла бушлай ҡарарға мөмкин. Музейҙар буйлап онлайн-экскурсиялар эшләй. Башҡортостан әртистәре лә был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы. Элвин Грей, Зәйнетдин кеүек популяр йырсылар ошо ялда онлайн-концерт тәҡдим итте.
Читайте нас: