Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2020, 13:55

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнергә тейеш. Эпидемиологик хәлгә бәйле байрамды онлайн форматында үткәрергә хәл ителде.

Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнергә тейеш. Эпидемиологик хәлгә бәйле байрамды онлайн форматында үткәрергә хәл ителде.
Бынан алда «Башинформ» Милли кейем көнө программаһын баҫтырып сығарҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһы ла был байрамға бер нисә сара әҙерләне.
17 апрелдә филармония барыһын да үҙҙәренең милли костюмдарын кейергә һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов ошо байрам өсөн махсус ижад иткән йыр менән рухланырға саҡыра.
«Беҙҙең менән бергә бейергә, йырыбыҙға бейеү төшөрөргә һәм уны 25 апрелгә тиклем #башҡортдәүләтфилармонияһыменәнбейейбеҙ хештегы менән социаль селтәрҙәге сәхифәләрегеҙгә һалырға тәҡдим итәбеҙ. Иң ҡыҙыҡлы видеороликтар 29 апрелдә Халыҡ-ара бейеү көнөнә ҡарата беҙҙең рәсми төркөмдәргә ҡуйыла. Иң күп лайк һәм комментарийҙар йыйған ролик авторын бүләк көтә», — тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры байрам уңайынан көтөлмәгән бүләк әҙерләй.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина етәкселегендәге балет артистары тамашасыларҙы бейеү видеосәләмләүе менән ҡыуандырҙы.
Музыкаль-әҙәби лекторий (художество етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина) социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика халыҡтарының милли кейемдәре тураһында видеоосрашыуҙар әҙерләне. Осрашыуҙарҙы музыка белгесе Алина Хәсәнова һәм солист Әлфиә Ғәлләмова үткәрә.

Читайте нас в