+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2020, 11:41

Бейеүгә ғашиҡ ғаилә

Оҫталыҡтары, йәшлек дәрттәре ташып торған Үҙәнбаевтарҙың бейеүен таң ҡалып ҡарамаған кеше юҡтыр.

...Сәхнәлә яңғыраған дәртле көйгә көмөш беләҙектәре-биҙәүестәрен сыңлатып, күҙҙәре осҡонланып, күбәләктәй талпынып бейегән ҡыҙҙарҙың һығылмалы буй-һыны, нәзәкәтле хәрәкәттәре, йәнде иретерлек йылмайыуҙары һоҡландырһа, бөркөт ҡарашлы, ярһыу рухлы, баҫҡан урынында ут сәсрәткән ир-егеттәр сая, ҡыйыу башҡорт азаматтарын һынландырҙы. Оҫталыҡтары, йәшлек дәрттәре ташып торған Үҙәнбаевтарҙың бейеүен таң ҡалып ҡарамаған кеше юҡтыр.

Тотош заттары менән бейеүсе улар. Атауҙы ауылы үҙенең атаҡлы бейеүселәре менән дан тотһа, барыһының да нәҫел ебе ошо ғаиләгә барып тоташа. Тормош асылын бейеүҙә күргән Үҙәнбаевтар сәхнәһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмай: һулар һауа, эсер һыу кеүек уларға бейеү кәрәк.

— Мин сәхнәгә тәүге тапҡыр алты йәшемдә сыҡтым. Асҡарҙа художестволы үҙешмәкәрлек смотрында сығыш яһаным. Бейеүҙе атайым һалды, — ти ғаилә башлығы, 65 йәшлек Вәли Ғәли улы. — Күмәкләп йыш сығыш яһаныҡ: атайым, ағайым Хажмөхәмәт, мин, ҡустым Зәкир, һеңлем Вәлимә район һабантуйҙарында, фестиваль-конкурстарҙа бейенек. Сәнғәттең был төрөнә һөйөү ҡандан киләлер, сөнки атайым оҫта бейеүсе булараҡ танылғайны. Тағы ул данлыҡлы ҡурайсы ине. «Урал», «Азамат», «Сибай» һәм башҡа боронғо көйҙәрҙе аһәңле итеп уйнаны. Яңғыҙ ҙа, район ҡурайсылар ансамбле составында ла сығыш яһаны. Өфөләге смотрҙан һуң улар Куйбышев, унан Мәскәү ҡалаһына барҙылар. Атайым үҙенең ҡурайы менән Германия, Чехословакия халҡын таң ҡалдырған, башҡорт моңон данлаған.

Бәләкәйҙән күңелендә ныҡлы урын алған йыр-моң, бейеүгә һөйөү ғүмере буйы оҙата килә Вәли Ғәли улын. Ҡустыһы Зәкиргә күпме бейеү һала, үҙенең белгәнен өйрәтә. Һуңынан Зәкир Үҙәнбаев Өфөлә уҡыған сағында ансамблдәрҙә бейей башлағас, туғаны өсөн сикһеҙ ғорурланыуын йәшермәй. Бөтә ғүмерен бейеүгә арнай ҡустыһы.

— Ғаиләле булып, балалар үҫә төшкәс, үҙем ансамбль төҙөп ебәрҙем. Улым Заһир, ҡыҙҙарым Лилиә, Гөлназ, Гүзәлиә бейей. Зәкирҙең улдары Илмир, Илһам, Фәйез дә бейеүсе. Беҙ Зәкир менән икәүләп баянда уйнайбыҙ, ғүмер юлдаштарыбыҙ Мөршиҙә менән Әнисә йырлай. Совхоздың бер концертынан, һабантуйҙарҙан ҡалдырманылар, шау-гөр килеп, күңелле йәшәгән осор булды, — тип хәтерләй ул йылдарҙы В. Үҙәнбаев.

— Мин өс йәшемдән сәхнәлә. Тик ниңәлер гел малай булып бейегәнем иҫемдә. Һуңынан Лилиә апайым менән «Игеҙәктәр» бейеүен яратып башҡарҙыҡ, — тип һүҙгә ҡушылды Вәли ағайҙың ҡыҙы Гөлназ. — Бәләкәй сағымдан «Йәшлек»тең сығыштарын ҡарап, их, шул ансамблдә бейеһәң ине, тип хыяллана торғайным. Хыялым тормошҡа ашты.

— Ғаилә ансамбленә яңы һулыш биреүгә нимә этәргес булды?

— Былтыр туғандар менән йыйылған саҡта, атайым бөтә ғаилә менән «Байыҡ»та ҡатнашып ҡарайыҡмы, тип тәҡдим итте. Һәр беребеҙ төрлө яҡта булғас, эш-ғаилә мәшәҡәттәрен йырып сығыу еңел булмаҫын аңлап, ыңғай ғына ҡарар ҡабул итмәнек. Шунан, конкурсҡа һайлап алыу туры яҡынлашҡас, атайыбыҙҙың һүҙен йыҡмай, дәртен һүндермәй бәйгегә барырға булып киттек.

Үҙебеҙ күмәкләп көй һайланыҡ, бейеү һалдыҡ. Мәртәбәле конкурста һынатмаҫ өсөн башҡорт бейеүенең юғалып барған боронғо элементтарын индерергә тырыштыҡ. «Бейеү рухы ҡаныбыҙҙа» тип аталған был бейеү тотош халҡыбыҙҙың да, шәхсән үҙебеҙҙең дә был сәнғәт төрөнә булған һөйөүебеҙҙе сағылдырҙы. Юғары баһа алып, беренсе турға үттек, — ти Гөлназ Ғәбитова. — Бейеүебеҙҙе тағы нығыраҡ камиллаштырып, таҡмаҡтар өҫтәнек, йөкмәткеһен байыттыҡ. Сираттағы еңеү беҙҙе уғата ҡанатландырҙы. Яҡташыбыҙ Фәнил Әсәҙуллинға мөрәжәғәт иттек һәм ул беҙгә «Батырҙар нәҫеле» тигән бейеү ҡуйҙы. Репетицияларға йыйылыу еңелдән булманы, бер-беребеҙгә видеолар ебәреп, интернет аша тигәндәй өйрәндек.

— Абруйлы жюри беҙҙең сығышты юғары баһаланы, хатта телевизион бәйгенең Гала-концерты программаһына ике бейеүҙе лә индерҙеләр, — ти Үҙәнбаевтар. — Ә инде башҡорт бейеүен пропагандалаған, иң аҫыл бейеүселәрҙе халыҡҡа танытҡан «Байыҡ»тың Гран-приһын яулау көтөлмәгән ҡыуаныс булды.

Үҙәнбаевтарҙың ғаилә ансамблендә ун ике кеше: иң олоһо — Вәли Ғәли улы, уның балалары Заһир, Лилиә, Гөлназ, Гүзәлиә, Зәкир Үҙәнбаевтың улдары — Илмир, Илһам, Фәйез, ейән-ейәнсәрҙәр Радик, Зарина, Эльвина, Азалия. Барыһы ла тиерлек үҙҙәрен бейеүгә арнаған. Заһир Үҙәнбаев «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәр ансамблендә 6-сы кластан алып бейей. Лилиә Магнитогорск металлургия комбинатында эшләһә лә бейеүҙән айырылмай. Гөлназ — 2004 йылдан «Йәшлек» ансамбле солисткаһы. Гүзәлиә Атауҙыла фельдшер. Йәшләй генә ғүмере өҙөлгән, оҫта бейеүсе булған аталарының юлын дауам итә улдары: Илмир Үҙәнбаев «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәр ансамбле художество етәксеһе. Илһам менән Фәйез Стәрлетамаҡ бейеү театры бейеүселәре. Заһир менән Илмир район мәҙәниәт һарайының инструменталь ансамблен етәкләй. Әйткәндәй, был дүрт шәп егет 2017 йылда Атауҙы егеттәре менән йыйылып, «Байыҡ» бейеү конкурсында Гран-при яулағайны. Гөлназ Вәли ҡыҙы Т. Кусимов исемендәге гимназияла «Йәйғор» ансамбле етәксеһе, төрлө бәйге-фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһай, былтыр «Сыңлы үксә» конкурсында Гран-при алдылар. Заһир Вәли улы ошо уҡ белем усағында бейеү түңәрәге алып бара, уның уҡыусылары ла призлы урындарһыҙ ҡалмай.

Ғаилә ансамбленең лайыҡлы алмашсыһы, Үҙәнбаевтарҙың ғорурлығы — ейән-ейәнсәрҙәре. Зарина менән Эльвина Р. Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыйҙар, уҡыу йортоноң ансамблендә бейейҙәр. Эльвинаны беҙ балалар конкурстарының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы итеп тә беләбеҙ. Уның да балалар «Байығында», башҡа бейеү конкурстарында еңеүҙәре бихисап. Радик менән Азалия өсөнсө класта ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, сәхнә улар өсөн ят түгел. Бәйгеләрҙә көс һынайҙар, ҡанат нығыталар.

Башҡалар ҙа бейеүгә битараф түгел. Ғөмүмән, был ҙур, татыу ғаиләлә бейемәгән, йырламаған, музыка инструментында уйнамаған кеше юҡ. Көй ишетеү менән аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре тыпырлай башлай, сәхнәгә сыҡһалар бар донъяларын онотоп ихлас, бөтә дәрттәрен, күңелдәрен һалып бейейҙәр. Серле бейеү донъяһында үҙ-үҙҙәрен тапҡан, сәмле, рухлы, дарманлы Үҙәнбаевтар тамашасыларын өр-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырыр, сәхнә йәме булыр бейеүҙәре менән һоҡландырыр әле.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: