+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2020, 11:00

“Ижади кешеләр” проекты буйынса һөнәри оҫталыҡтарын үҫтерәләр

Ағымдағы йылда милли проект сиктәрендә республиканан 683 мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәри әҙерләү үҙәктәрендә квалификацияһын арттырасаҡ.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә Башҡортостан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре квалификацияны үҫтереүсе өҫтәмә һөнәри программалар буйынса дистанциялы формала ла белем ала.
2019 йылда республиканың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе 370 тирәһе хеҙмәткәр дистанциялы рәүештә уҡып һөнәри оҫталығын арттырһа, 2020 йылдың апрелендә ГИТИС, Санкт-Петербург, Кемерво мәҙәниәт, С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институттары базаларында дистанциялы уҡыу курстары ойошторолдо.
Мәҙәниәт министрлығының пресс-хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылда милли проект сиктәрендә республиканан 683 мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәри әҙерләү үҙәктәрендә квалификацияһын арттырасаҡ.
Читайте нас: