+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Май 2020, 10:50

Тәгәрмәсле клубтар асыла

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Башҡортостанға автоклубтар килтерелә башланы. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Башҡортостанға автоклубтар килтерелә башланы. Тәгәрмәсле клубты биш төбәктән беренсе булып Нуриман районы ҡабул итте.
Нуриманда 51 ауыл, шуларҙың егерме дүртендә генә мәҙәниәт усаҡтары эшләп килә. Район үҙәге менән иң алыҫ ауыл араһы 60 саҡрымдан ашыу. Автоклуб ярҙамында хәҙер иң төпкөл ауылдарҙа ла концерт ҡуйырға мөмкин буласаҡ.
Һуңғы ваҡыттарҙағы ауырлыҡтарға ҡарамай, “Мәҙәниәт” милли проекты бойомға ашырылыуын дауам итә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, республиканың ҡайһы бер райондарына сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары килтерелгән.
Быйылғы йыл аҙағына тиклем автоклубтар Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел һәм Тәтешле райондарында ла буласаҡ.
Читайте нас: