+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2020, 10:50

Сәнғәт училищеһына – 5 фортепиано

Өфө сәнғәт училищеһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә биш “Михаил Глинка” фортепианоһын алды. #ВладимирПутин

Мәғлүм булыуынса, Өфө сәнғәт училищеһы “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы модернизацияланған Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмалары исемлегенә индерелгәйне. Башҡортостан етәкселеге, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән 2020 йылда колледждың музыкаль инструментарийы яңыртыла, художество бүлегенә кәрәкле ҡорамал, методик әҙәбиәт һатып алына.
Әйткәндәй, “Михаил Глинка” пианиноһы үҙебеҙҙә етештерелгән башҡа ошондай музыка ҡоралдарынан материалдарҙың инновациялы булыуы һәм эшкәртелеүе, йыйылыуы һәм интонировкаланыуы менән айырылып тора. Ошондай факторҙар сифат йәһәтенән заманса моделдәрҙән байтаҡҡа өҫтөн торған музыка ҡоралы яһау мөмкинлеген биргән.
Читайте нас: