+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2020, 11:21

Сәнғәт мәктәбенә яңы инструменттар

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә ағымдағы йылда Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе 3725766,08 һумлыҡ музыка инструменттары, ҡорамалдары, уҡыу материалдары менән тәьмин ителә.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә ағымдағы йылда Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе 3725766,08 һумлыҡ музыка инструменттары, ҡорамалдары, уҡыу материалдары менән тәьмин ителә.
Был сумманың 2 миллион 842 мең һумы — федераль, 683 мең һумы республика һәм 200 меңе район бюджетынан финанслана. Музыка инструменттары иҫкереп, сафтан сығып, матди базаһы йылдан-йыл ярлыланған мәктәп өсөн был яңы мөмкинлектәр аса. Баян класына баян һәм аккордеондар, яңы гармундар, ҡыллы инструменттарҙан уҡыу һәм концерт скрипкалары, домра, виолончель, балалайка, думбыра һәм пианинолар ғына 3 миллион һумдан ашыу хаҡҡа барып баҫҡан. Быларҙан тыш 400 мең һумға уҡыу процесында кәрәкле заманса технологиялар — интерактив таҡта, магнит-маркер таҡтаһы, мультимедия проекторы, ноутбук, компьютер, экран, һынлы сәнғәт бүлеге өсөн мольберттар һәм музыкаль әҙәбиәт әсбаптары һатып алынған.
Үткән йомала Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенә республиканың мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡова килде. Ул бында яңы инструменттар һәм ҡорамалдарҙы ҡараны, мәктәптең ҡаҙаныштары менән танышты, проблемалары тураһында һорашты.
Милли проект ярҙамы менән һатып алыуға заказ бирелгән байтаҡ ҡорамалдар мәктәпкә ҡайтарылған да инде. Йәл, уҡыу йылының һуңғы сиреген дистанциялы рәүештә өйҙән тамамлаған уҡыусылар әлегә яңы инструменттарҙа уйнап ҡарамаһа ла, проектор һәм экран ошо көндәрҙә сығарылыш кластар уҡыусыларынан дистанциялы имтихандар ҡабул итеүҙә бик ҡулай булған. Имтихан комиссияһы йәш музыканттарҙың видеояҙмаларын ҙур экрандан ҡарап, уларҙың техника һәм башҡарыу оҫталығын баһалаған. Әйткәндәй, сәнғәт мәктәбен быйыл 24 уҡыусы тамамлаған. Виолончель класын тамамлаусы бер егет әлеге ваҡытта сәнғәт училищеһына һынау тоторға әҙерләнә.
Әминә Ивний ҡыҙы мәктәптә дистанциялы уҡыу нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды. Директор Г. Ә. Нияҙғолова инструменталистар менән шөғөлләнеү артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырмауын билдәләне. Сөнки уҡытыусылар шәхсән дәрестәр уҙғарыуҙы видеобәйләнеш аша дауам иткән, ә хореография, хор төркөмдәре менән дистанциялы уҡытыуҙы ойоштороу ҡыйыныраҡ булған. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, теория, музыкаль әҙәбиәт буйынса ла уҡыу программаһы үтәлгән. Күсерелеш имтихандарын уҡыусылар яҡшы билдәләргә тапшырған. Әйткәндәй, дистанциялы уҡыу осоронда мәктәптең «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөндә «Өйҙә ижад» тигән таланттар видеоконкурсы уҙғарылған һәм ул күп һанлы уҡыусыларҙан тыш ата-әсәләрҙе лә йәлеп иткән. Ғөмүмән, уңыштар менән Әминә Ивний ҡыҙы бик ҡәнәғәт ҡалды.
Үҙе лә пианист булараҡ, мәҙәниәт министры скрипка, баян кластарына ҡуйылған ялтырап торған өр-яңы фортепианоларҙың тауыш яңғырашын тикшереп ҡарамайынса түҙә алманы. Һоҡланғыс итеп уйнап ишеттерҙе һәм пианиноларҙы бик яҡшы тип баһаланы. Сольфеджио класына һатып алынған һанлы фортепианоны ла теория дәрестәре өсөн иң ҡулай иструмент, тине. Район башлығы И. Т. Нафиҡов Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенә йүнәлтелгән ҙур иғтибар өсөн Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт белдерҙе. Таланттар төйәге булған Әбйәлилдә һәләтле балаларҙың күп булыуына баҫым яһап, Илдар Таһир улы киләсәктә райондың курорт төбәгендә музыка мәктәбе филиалын асыу буйынса ниәттәре менән бүлеште.
«Сәнғәт мәктәбенең төп проблемаһы бөгөн кадрҙар мәсьәләһендә», — тине Гүзәл Әсләм ҡыҙы. Сөнки коллектив тәжрибәле, көслө педагогтарҙан торһа ла, күпселек уҡытыусылар пенсия йәшенә еткән. Йәш музыка белгестәре ауыл сәнғәт мәктәбенә эшкә ҡайтырға ашҡынып бармай. Ә. И. Шафиҡова мәсьәләнең бөтә республика буйынса киҫкенлеген билдәләп, киләсәктә хөкүмәт кимәлендә был юҫыҡта программа ҡабул ителеренә ышанысы булыуын белдерҙе.
Министрҙың иғтибарын Асҡар сәнғәт мәктәбен тамамлаған билдәле артистарҙың, музыканттарҙың фотолары ҡуйылған стенд йәлеп итте, республиканың мәҙәни тормошонда Әбйәлилдән, тап ошо бина диуарҙарынан үҫеп сыҡҡан сәнғәт оҫталарының арыу уҡ әһәмиәтле урын биләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: