+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2020, 11:15

Сибайҙа – виртуаль концерт залы буласаҡ

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Сибайҙа виртуаль концерт залы асыласаҡ. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбе виртуаль концерт залын төҙөү буйынса “Һанлы мәҙәниәт” проекты еңеүсеһе булды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был маҡсатта бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле был суммаға мультимедия ҡоролмаһы, экран яңыртылған. Был ҡала халҡына симфоник музыканы “тере тауыш”та тыңларға мөмкинлек бирәсәк.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе лә 3725766,08 һумлыҡ музыка инструменттары, ҡормаладары, уҡыу материалдары менән тулыланды. Йәғни сәнғәт мәктәбендә хәҙер яңы баян һәм аккордеондар, гармундар, уҡыу скрипкалары, домра, виолончель, балалайка, думбыра, пиониноларҙан тыш, интерактив таҡта, магнит-маркер таҡтаһы, мультимедия проекторы, ноутбук, компьютер, экран, һынлы сәнғәт бүлеге өсөн мольберттар һәм музыкаль әҙәбиәт әсбаптары һатып алынған.
Читайте нас: