+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь 2020, 10:30

Һәләтле йәштәргә юлдар асыҡ

"Һөнәри стажировка 2.0" – "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһының һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының уртаҡ проекты. Ул Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Һөнәри стажировка 2.0" – "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһының һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының уртаҡ проекты. Ул Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
"Рәсәй – мөмкинлекләр иле"нең генераль директоры, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Алексей Комиссаров һүҙҙәренә ҡарағанда, ойоштороусылар проектҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләгән.
Үҙизоляция режимы индерелгәнсе беренсе этап еңеүселәре араһында түләүле стажировка үткән һәм эшкә урынлашҡан кешеләр бар. Хәҙер күптәр дистанциялы форматта практика үтә. Предприятиелар менән бындай уртаҡ эш һөҙөмтәләренең береһе – вебинарҙар һәм мастер-кластар.
Конкурстың беренсе этабынан һуң Рәсәйҙең 55 төбәгенән 505 студент еңеүсе тип табылған. Әле эш биреүсе партнерҙар конкурстың икенсе этабында ингән ғаризаларҙы ҡарай. Конкурста ҡатнашыусыларға стажировка үтеү мөмкинлеге лә ҡаралған.
Сығанаҡ: mgazeta.com
Читайте нас: