+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь 2020, 10:30

Башҡорт телен өйрәнеү ҡушымтаһы Заһир Зәйнетдиндең тауышы менән һөйләй

Мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин башҡорт телен өйрәнеү буйынса BashWord мобиль ҡушымтаһы менән таныштырҙы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин башҡорт телен өйрәнеү буйынса BashWord мобиль ҡушымтаһы менән таныштырҙы.
«Хәҙер башҡорт телен өйрәнергә теләгән һәр кем телефонына беҙҙең ҡушымтаны күсерә һәм уға көнөнә 10 минут ваҡытын бүлә ала. Ҡушымта 117 дәрестән, 39 бүлектән һәм 1,5 мең һүҙҙән тора. Был һүҙҙәр минең тауышым менән яҙҙырылған», — тип һөйләне Заһир Зәйнетдин.
Артист һүҙҙәренсә, көн һайын башҡорт теленең ябай һүҙҙәре менән танышыу өйрәнеү процесын еңеләйтә. Тест системаһы белемдәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә.
Ҡушымтаны әҙерләүселәр – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Фәнзилә Ғәзизова. Эш дауам итә, бөгөнгә ҡушымтаның биш бүлеге файҙаланыуға әҙер.
Читайте нас: