Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова контрактация тулыһынса тамамланыуын хәбәр итте. Әлеге ваҡытта аҡсаларҙы үҙләштереү һәм йыһаздар ҡайтарыу эше бара. Республиканың 14 сәнғәт мәктәбенә һәм 3 колледжға 457 берәмек музыка ҡоралдары, 1152 берәмек башҡа ҡорамалдар, 1922 уҡыу-уҡытыу материалдары һатып алынған.