Күренекле шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаның ”Сәм” исемле китабы менән танышып сыҡҡандан һуң, ҡулыма ҡәләм алмайынса түҙмәнем. Шағирҙың китабы уҡыусының күңел донъяһын яуларлыҡ, оҙон-оҙаҡ йылдарға хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ әҫәрҙәрҙән тупланған.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижадына арнап бик күп мәҡәләләр яҙылған. Заманында, бынан 40-45 йылдар әүәл үк, күренекле поэзия белгесе ғалим К. Әхмәтйәнов, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары М. Кәрим, Ә. Хәкимов, Ғ. Хөсәйенов, исемдәре башҡорт әҙәбиәте күгендә яҡты йондоҙҙар булып балҡыусы М. Ғәли, К. Кинйәбулатова, Р. Ғарипов, Р. Сафин, А. Филлипов, Р. Шәкүр Ғ. Шафиҡов, В. Әхмәҙиев, Ҡалмығстандың халыҡ шағиры Д. Күгелтинов, атаҡлы рус шағиры М. Львов, татарҙың бөйөк ҡәләм әһелдәре Х. Туфан менән С. Хәким, Сыуашстандың халыҡ шағиры Ю. Семендер, атаҡлы татар шағиры Зөлфәт һәм тағы ла бик күптәр Әсхәл Әхмәт-Хужа ижадына юғары баһа биргән.
Был йәһәттән Әсхәл Әхмәт-Хужа үтә лә бәхетле. ”Һыбай сыҡтым” исемле тәүге китабы менән үк шағир бер кемде лә битараф ҡалдырманы, уҡыусыларҙың ихтирамын яуланы,үҙен талантлы шағир итеп танытты.
«Сәм» китабы «Ҡырҡтытау йәшмәләре» тигән шиғыр менән асыла. Ошо шиғыр бөтә китаптың “бисмиллаһы” булып торалыр, ахыры. Ҡырҡтытау итәгендә ултырыусы туҡһан йәшлек ҡарт һәм уның бүләһе-йәш кенә үҫмер:
Күпте күргән ҡарт ейәненә йәшәүҙең сикһеҙ бәхет икәнлеген аңлатырға теләй: “Йәшәү-бәхет, йән тетрәткес…” Ысынлап та,йәшәүҙән дә оло бәхет бармы?!
Шағир өсөн иң ҙур хазина-халҡының аҫыл йәшмәләй саф, пак күңеле. Аҡһаҡалдың һөйләгәне-
Сылтыр-сылтыр шишмәме ни,
Йылтыр-йылтыр йәшмәме ни.
Аҡһаҡал өсөн бүләһе-иң ҡәҙерле зат,уның тормошон дауам итеүсе, бөтмәгән эштәрен бөтөрәсәк шәхес. Ул уға үҙенең бөтә белгән-күргәндәрен, кисергәндәрен һөйләп ҡалдырырға ашыға. Уның һөйләгән тарихтары-мәңге үлмәҫ шишмәләй киләсәк быуындың йәшмәләй күңеленә уйылып ҡалһа, был үҙе бер бәхет түгелме?
Ейән-бүләһенең генә түгел, ә туған халҡының, ғәзиз иленең киләсәге өсөн дә сикһеҙ борсола Аҡһаҡал. Шағирҙың ошо китапта тупланған күңел гәүһәрҙәрен барлыҡ Башҡортостан халҡы өсөн дә рухи ораны, йөрәк өндәшеүе тип ҡабул итергә кәрәктер.
Артабан китапта парсалар, әйтемдәр, робағиҙар, йырҙар, шағирҙың элекке һәм яңы шиғырҙары, тәржемәләре эҙмә-эҙлекле рәүештә урын алған. Китаптың шул рәүешле төҙөлөүе лә уның мәғәнәүи яҡтан бер бөтөнлөгөн күрһәтә. Иң тәүҙә оло ҡәнәғәтләнеү менән парсаларҙы уҡып сыҡтым. Парсалар беҙгә фекер төйнәлеше менән характерланған кескәй поэтик әҫәр булараҡ билдәле. Улар тәрән мәғәнәле һәм философик эстәлекле, тормош күренештәрен дөйөмләштереү яғынан мәҡәл, әйтемдәргә оҡшаш. Парсалар китаптың апаруҡ өлөшөн тәшкил иткән. Ҡыҫҡалыҡта-оҫталыҡ, тиҙәр. Парсаларҙың күбеһе дүрт юллыҡ шиғыр юлдарынан тора, ике, өс, биш, алты, һигеҙ, хатта ун, туғыҙ юллыҡтары ла осрай. Мәҫәлән:
Ерҙә Үлсәмдәре,аралары йыраҡ:
Яуызлыҡтар ҡылыу-еңелерәк,
Изгелектәр эшләү-ауырыраҡ.
Китапта барлығы 600-гә яҡын парса тупланған. Уларҙың һәр береһендә романдарға, повестарға торошло хикмәтле һәм ҡиммәтле фекер ярылып ята. Улар һис кенә лә бер-береһен ҡабатламайҙар. Парсаларҙы уҡыған саҡта “Ҡырҡтытау йәшмәләре ”тигән шиғырҙа һүрәтләнгән күпте күргән туҡһан йәшлек аҡһаҡал образы һәр саҡ күҙ алдымда торҙо.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның ҡайһы бер парсалары үҙҙәренең тематикаһы һәм эстәлеге менән мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың халыҡты аң-белемгә, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәп яҙған шиғырҙарына ауаздаш:
Яуызды изге эшкә инандырыу-
Яуға барғас төкөрөк менән ҡош атыу ул.
Һуҡырҙың баш осонда шәм яндырыу-
Аптырағас бушты бушҡа бушатыу ул.
Шағирҙың лирик геройы әйтер һүҙен, атҡан уҡ кеүек, сәпкә тейерлек итеп, сатнатып әйтә:
Йөрәгеңдә юҡ икән тамсы ла бысраҡ-
Ул ике йөҙлө, ҡурҡаҡ, вайымһыҙ,ялҡау, талант яғы самалы булып та, үҙен әллә кем итеп күрһәтергә тырышҡан буш боғаҙҙарҙан,рәхимһеҙ, шәфҡәтһеҙ әҙәмдәрҙән әсе итеп көлә:
Сәсән булалмай рухи имгәк-
Өс-дүрт таҡмаҡ һамаҡлап ҡына.
Доцент булалмай тупар ишәк-
Тоҡ-тоҡ китап артмаҡлап ҡына.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның парсаларының һәр ҡайһыһы тәрән фекерле, философик йөкмәткеле. Уларҙа Йәшәү һәм Үлем, Мәл һәм Мәңгелек, Изгелек һәм Яуызлыҡ, Батырлыҡ һәм Ҡурҡаҡлыҡ кеүек донъяуи төшөнсәләр сағылыш таба. Парсаларҙы битараф күңел менән уҡыу мөмкин түгел,улар уҡыусыға рухи аҙыҡ биреп кенә ҡалмай, кешенең аң офоҡтарын киңәйтә, йәшәйеш тураһында уйҙарға тарыта.
Мин бит байтаҡ өйрәнсекте
Парсаларға йән биреп тороусы һүрәтләү-тасуирлау саралары - сағыштырыуҙар, эпитеттар, метафоралар, йәнләндереүҙәр, гиперборалар ҙа бихисап был китапта. Иң йыш осрағандары - сағыштырыуҙар менән метафоралар. Шуға күрә Әсхәл Әхмәт-Хужаны, һис бер икеләнеүһеҙ, башҡорт шиғриәтендә сағыштырыуҙар һәм метафоралар менән оҫта эш иткән, бармаҡ менән генә һанарлыҡ шағирҙарҙың береһе тип әйтергә лә булыр ине. Миҫал өсөн:
Атаһылай ипле булһын,изге булһын…
Яғымлы һүҙ-тимер йөрәктәрҙе асыр өсөн алтын асҡыс.
Беҙ алыҫтан һыу эҙләйбеҙ;
Беҙ йәрҙе ситтән күҙләйбеҙ.
Әлбиттә,бер генә яҙыусы ла әҫәр ижад иткәндә, шундай-шундай һүрәтләү сараларын ҡулланайым әле, тигән маҡсат ҡуйып яҙмайҙыр. Был алым, был оҫталыҡ, шулай, үҙенән-үҙе ғәҙәти килеп сығалыр. Әсхәл Әхмәт-Хужаның да әҫәрҙәре ихлас күңелдән яҙылған, әммә тәбиғи, үтә лә халыҡсан, тас башҡортса ижад ителгән әҫәрҙәр, улар- шағирҙың ҡәҙимге,ҡайнар йөрәк емештәре.“Ҡырҡтытау парсалары”исемле әҫәрендә:
Ятҡа бикләр, йәддкәр итер
-ти шағир.Амин,шулай булһын!
Башҡорт шиғриәтендә әйтеш жанрына мөрәжәғәт итеүсе шағирҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әсхәл Әхмәт-Хужаның әйтештәре фәлсәфәүи йөкмәткеле булыуҙары менән күңелдәрҙе арбай. Китапта бөтәһе утыҙ ике әйтеш тупланған. Уларҙың ҡайһылары ике кешенең диалогы формаһында, ҡайһылары һорау-яуап рәүешендә ижад ителгән. Мәҫәлән,”Фатиха”исемле әйтешен шағир йәш ҡәләмдәштәренә арнаған:
-Һәр һүҙеңде дағалай күр!
Йыр иленә юл тотоусы лирик геройҙың алдарында-таулы-ташлы юлдар ята. Шундай хәтәр юлдарҙы үтер өсөн, әлбиттә, “һәр һүҙеңде дағаларға ”кәрәк.”Дағаланмаған” һүҙ менән йыраҡ китеүҙәре икеле. Ижад эшенең ауыр ҙа, ҡатмарлы ла эш икәнлеген бына нисек итеп әйтеп биргән шағир!
«Ғәләм ауырлығын тойғанда» исемле әйтешендә лирик герой ал-ял белмәй сапҡан үҙ йөрәгенә өндәшә, күпме тормош йөгөн тартып та, тамырҙарының нисек өҙөлмәгәненә ғәжәпләнә.Ә йөрәктең яуабы бик фәһемле:
-Мин иңемдә ғәләм ауырлығын
Тойғанға ла ныҡ та, түҙем дә…
Сүп ҡәҙәр ҙә йөгөм ҡалмай икән-
Мин шартлайым үҙем-үҙемдән!
Күреүегеҙсә,бында йәнләндереү алымы бик уңышлы ҡулланылған.
Робағи (робағый) башҡорт фольклорына һәм әҙәбиәтенә Шәреҡ поэзияһынан килеп ингән шиғыр жанрҙарының береһе. Робағи шиғыры беренсе, икенсе һәм дүртенсе юлдарҙың рифмалашыуына нигеҙләнгән һыңар ғына строфанан ғибәрәт. Мәшһүр ҡәләмгирҙәр, һүҙ оҫталары ана шул куплетҡа тотош донъя-күләм фәлсәфә, аҡыл,уй-фекер һыйҙырып, ижад итер булған. Әсхәл Әхмәт-Хужаның робағиҙары ла ошо талаптарҙан ситкә тайпылмай. Мәҫәлән:
Икмәк телгән бысаҡ тән дә телә
Быны хатта сабый бала белә.
Бысаҡ һәр саҡ икмәк кенә телһен,-
Яҙмышыңдан фәҡәт шуны телә.( «Бысаҡ»)
«Яҡты исемең» (Әғләм ҡустыма) исемле циклда һүҙ йәшәү мәғәнәһе, беҙ кискән ғүмер, яҙмыш хаҡында бара. Был төшөнсәгә шағир әллә күпме сағыштырыу-атамалар тапҡан. Бер ҡараһаң, ғүмер-ташҡын-ағыштыр, йә ул тәрән йылға ише, йә-упҡын-даръялыр; йылдар теҙмәһе лә ул-ғүмер, тауҙар теҙмәһе лә; алтын-көмөш тә икән ул- ғүмер, йәш саҡта- тутыҡмаҫ тимер ҙә, ҡарт саҡта –көл-күмер ҙә икән; Ерҙәге иң гүзәл тәхет тә икән ул ғүмер.
Йәшәүҙе татыу-үҙе ҙур бәхет;
Ошо бәхетте оҙаҡ татыйыҡ,-
Бик оҙаҡ көтһөн беҙҙе тар ләхет,-
тип оптимистик рухта тамамлай үҙенең әҫәрен шағир.
Ғөмүмән әйткәндә, Әсхәл Әхмәт-Хужаның әҫәрҙәре - шиғырмы ул, робағимы, парсамы-һәр береһенә оптимистик рух хас. Уларҙың һәр береһе йәшәүгә дан йырлай. Донъялыҡта осраған ауырлыҡтар алдында юғалып, баҙап ҡалмаҫҡа өндәй, еңеүҙәргә саҡыра. Шуның өсөн дә шағирҙың яҙғандары ҙур баһаға лайыҡ. Пессимистик рухта яҙылған әҫәрҙәрҙән ни фәтеүә?! Боларышлы, ығы-зығылы заманда уҡыусының күңелендә йәшәүгә ынтылыш уятырға теләү яҙыусының төп маҡсаты түгелме ни?!
Йыр - лирик әҫәр. Ул поэзия ҡанундарына ғына түгел, музыканың үҙенсәлектәренә лә буйһона. Шуға күрә бөтә шағирҙар ҙа йыр тексы ижад итә алмай. Быға бик һирәктәр генә өлгәшә. Был йәһәттән дә Әсхәл Әхмәт-хужа бик ырыҫлы булып сыҡты. Уның халыҡ араһында билдәлелек яулаған, бөгөнгө көндә яратып йырланған йырҙары бихисап. Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғырҙарына көй яҙыусы композиторҙарҙың исемдәрен һанап китеү генә лә күп нәмә тураһында һөйләр: Абрар Ғабдрахманов, Рафиҡ Сәлмәнов, Нәбиулла Мөстәҡимов, Хөсәйен Әхмәтов, Данил Хәсәншин, Мәүлиҙә Ҡобағошова, Зәбих Мамалимов, Айрат Ғайсин, Айһылыу Сәлмәнова, Салауат Сәлмәнов, Нәзир Әбдиев һ.б. Был китапта ла йырҙар ҙур ғына урынды биләй.
Был үҙенсәлекле йыр текстары метафораларға, сағыштырыуҙарға уғата ла бай. Әҫәрҙәрҙә һүҙ асылда тәбиғәт тураһында барһа ла, авторҙың иғтибар үҙәгендә-кеше яҙмыштары. Шиғырҙар үҙҙәренең тәрән мәғәнәле булыуҙары һәм ыҡсымлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шағир был осраҡта ла үҙ стиленә тоғро ҡалған.
Уның һәр әҫәрендә донъяға объектив ҡараш тойола, үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ хаҡында мәҙех(мәдхиә)йырлана. Шағирҙың мөхәббәт, тормош айышы тураһындағы уйланыуҙарын сағылдырған шиғырҙарына йырҙар айырыуса күп яҙылған: ”Миләүшәләр”, “Әбйәлил гүзәлдәре”, ”Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары”, ”Яратам”, ”Ҡоштар кеүек”, ”Һылыуым”, ”Донъя матур”, ”Айлы төндәр” ,”Сал сәсле малай тураһында йыр”, ”Айһылыу”,”Йырсы ҡыҙға”, ”Миләш”, ”Тулҡын сайҡап,упҡын айҡап”һ.б… Ғәзиз тыуған ере-Әбйәлилгә, данлыҡлы яҡташтарына арнап яҙылған йырҙары ла һанап бөтөргөһөҙ. Бына уларҙың бер нисәһе:“Яҡтыкүл”, “Әбйәлилдәрҙең буҙа йыры”, “Асҡар ауылына йыр”, “Әбйәлил”, “Гүзәл йылғам-Ҡыҙылым”, “Шоморт күҙле тыуған ерем”, “Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙары”, “Тыуған яғыма”, “Асҡар баҡсаһы”,“Әбйәлил балаларының йыры" һ.б. Үҙенә ғүмер бүләк иткән һөйөклө әсәһенә, яҡын дуҫтарына арнап яҙылған йырҙары ла күп кенә: “Әсәйемә”, “Дуҫтарыма”, “Дуҫлыҡ вальсы”, “ Дуҫлыҡ сәскәһе” һ.б.
Әсхәл Әбүталип улының тыуған иле, туған халҡы, туған теле, халыҡ тарихы һәм киләсәге тураһындағы «Һыбай сыҡтым», ”Тыуған яғыма”, ”Ир солтаны”, ”Башҡорт теле”, “Башҡорт ораны”, ”Изге төйәк“, “Тере тамсы”, ”Әсәм теле”, ”Ҡарағас”, ”Яҡтыкүл”, «Ҡурайҡай», ”ШафиҡӘминев-Тамъяниҙың беҙгә әйткәне”, ”Башҡорт ҡыҙҙары” исемле шиғырҙары халыҡсан, тапҡыр мәғәнәле булыуы, эпик ҡоролошо менән иғтибарҙы биләй. Донъяның бар шатлығы һәм фажиғәһе, халыҡ, ил яҙмышы шағир йөрәге аша үтә.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғриәте үҙенең тәбиғилеге, ихласлығы, инсафлығы менән көслө. Әҫәрҙәренә уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас.
Шағирҙың бар моңо-тәбиғәттән. Поэтик биҙәктәре йәйғор төҫө кеүек сағыу. Ул тыуған еренең күркәмлегенә һоҡланып баға. ”Ҡыҙылым”, ”Әбйәлилдең айлы кистәре”, ”Тыуған яғыма”исемле шиғырҙары быны асыҡ раҫлай.
Парса һәм робағиҙарындағы кеүек, шиғырҙарын ижад иткәндә лә Әсхәл Әхмәт-Хужа төрлө һүрәтләү сараларын бик уңышлы ҡулланған. Шағир төрлө сағыштырыуҙар, метафоралар, эпитеттар менән килешле эш итә-ҡойоп ҡуйған кеүек шиғырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Үҙенең йөкмәткеһе, төҙөлөшө менән хайран ҡалдырған “Шәреҡ моңдары”исемле шиғырға туҡталғым килә. Нәзәкәтле тел менән яҙылған әҫәрҙе нимә тип нарыҡларға ла белмәйенсә аҙап ҡалдым. Шуныһы асыҡ-был ябай ғына шиғыр түгел, был күктәр тарафынан төшөрөлгән нәфис ауаз, шиғри аһәң, саф та, пак та һөйөүгә ода, фәрештәгә тиң гүзәл затҡа маҡтау, һоҡланыу йыры! Нимә генә тип әйтһәм дә, дөрөҫ булмаҫ кеүек. Әммә шуныһы хаҡ, был илаһи әҫәр-Әсхәл Әхмәт-Хужаның мөхәббәткә арнап яҙылған иң гүзәл әҫәрҙәренең береһе.
Әсхәл Әхмәт-Хужа-заман ағышына, кешеләр яҙмышына һиҙгер ҡолаҡ һалыр шағир.Уның шиғриәтендә һәр кемде борсоған, уйландырған, хәүефләндергән мәсьәләләр ҡуйыла. (“Коррида”, ”Аптырарлыҡ түгел”, ”Түрем йомшаҡ иттем туғандарға”, ”Бәке менән телеп беләктәрҙе”, ”Ауылдашым Нәбиулла ағай иҫтәлеге”, ”Даһимы ни”, ” Аҡыл һатырға яратыусы берәүгә” исемле шиғырҙары.)
Китаптың артабанғы бүлегендә шағирҙың тәржемәләре урын алған. Сөнки Әсхәл Әхмәт-Хужаны әҙәби мөхиттә һәләтле тәржемәсе булараҡ та күптән беләләр.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тәржемәсе-шағир тураһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналында (№6,2002) түбәндәгеләрҙе нарыҡлағайны: ”Шағирҙың шиғырҙарында “күңел күҙе күренеп тора”. Телдең һәр өнөнөң гүзәллеген тойоусы әҙип ул. Тәржемәлә Рәми Ғарипов һәм Әсхәл Әхмәт-Хужа кимәленә күтәрелә алған бүтән шағир юҡ әлегәсә”.
Татар шағиры Зөлфәт тә: ”1966 йылда Әсхәл Әхмәт-Хужа, беренсе тапҡыр, Шота Руставелиҙың ”Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр” әҫәренән айырым бүлектәрҙе донъяға сығарҙы. Шиғыр аңлаған кешеләр өсөн оло ҡыуаныс булды был. Бөгөнгө көндә Әсхәл Әхмәт-Хужа башҡортсаға шиғыр тәржемә итеүселәрҙең иң нәфис бер оҫтаһы. Сирек быуат дауамында ул элеккеге СССР халыҡтарының, бөтә донъя әҙиптәренең биниһая шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә ҡылды… “, - тип яҙҙы. Шағирҙың “Ебәккә ынйы теҙелде”исемле китабына яҙған баш һүҙендә Мостай Кәрим: ”Ошо тупламаны мин, асылда, төрлө телдәрҙә ижад ителгән поэтик өлгөләрҙе башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡаҙанышына әүерелдергән шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның күңел антологияһы тип ҡабул ҡылдым”, - тигән оло баһаһын биргәйне.