-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Август 2020, 10:00

Мәҙәниәт министры ултырышта ҡатнашты

«Мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы эш төркөмөнөң видеоконференция режимында туғыҙынсы ултырышы үтте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы эш төркөмөнөң видеоконференция режимында туғыҙынсы ултырышы үтте. Унда беҙҙең республиканан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашып, «Мәҙәниәт» милли проекты маҡсаттарына һәм күрһәткестәренә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.
Ултырышта инеш һүҙ менән Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин, мәҙәниәт министры Ольга Любимова, шулай уҡ Һамар өлкәһе губернаторы, «Мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының эш төркөмө етәксеһе Дмитрий Азаров сығыш яһаны.
– Коронавирус пандемияһы беҙгә тиҙ арала мәғлүмәт киңлеген үҙләштерергә һәм яуларға кәрәклеген күрһәтте. Яңы күрһәткес бөтә мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүҙе, шулай уҡ улар онлайн режимда үткәргән сараларҙы ҡарауҙы ла иҫәпкә ала, – тип белдерҙе Әминә Ивний ҡыҙы.
Ул шулай уҡ Башҡортостанда «Электрон билеттар» махсус порталы булдырылыуы хаҡында ла һөйләне. – Был сервис мобиль ҡушымта ярҙамында билеттарҙың барлығы-юҡлығы, уларҙың хаҡы тураһында мәғлүмәт алырға, сараларға йөрөүселәр һанын арттырырға булышлыҡ итәсәк, – тине ул.
Читайте нас: