+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Август 2020, 11:50

Әбйәлилдәр — иң дәртле таҡмаҡсылар

Халыҡ ижадын үҫтереүселәр, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусылар пандемия осоронда ла буш ятманы — интернет селтәрҙәрендә «Таҡмаҡ-баттл — 2020» онлайн конкурсы юғары кимәлдә үтте.

Элек-электән сәсәнлек традициялары менән дан тотҡан Әбйәлил, билдәле, был бәйгенән ситтә тороп ҡалманы. Социаль селтәрҙә барған ижади конкурсҡа видеолар ебәреү-селәрҙең иң күбеһе беҙҙең райондаштар булып сыҡты. Ғаилә ансамблдәре, трио, фольклор коллективтары һәм башҡалар — барыһы ла үҙҙәренең үткер телле, дәртле булыуҙарын дәлилләп, йыр-моңға маһирлығын күрһәтте.
Бикҡолдан «Мәрйен», Ташбулаттан «Хазина», «Гөлнәзирә», Салауаттан «Моһаҡ ынйылары», Ҡаҙмаштан «Мөғжизә», Дәүләттән «Серҙәштәр» ансамблдәре, Гусевтан Г. Исҡакова менән Ә. Сафиуллина, Нияҙғолдан 83 йәшлек С. Хәйруллина, Күсемдән Йәнйегетовтар, Асҡарҙан Теләүғоловтар ғаиләләре, Ҡушыйҙан М. Кинйәлбаев, Үтәгәндән Хәфизә һәм Сәлмән Ғәлләмовтарҙың бер туған ете ҡыҙы һәм бер улы, Мораҡайҙан М. Сәйәрова, М. Фәррәхова, Р. Мөхәмәтйәрова, Рысҡужанан З. Мәһәҙиева һәм уның ейән-ейәнсәрҙәре һәм башҡалар — конкурста ҡатнашырға теләк белдергән талантлы яҡташтарыбыҙҙы һанап бөтөрлөк түгел!
Шулай итеп, һан яғынан да, сифат яғынан да алдырҙы әбйәлилдәр. Һөҙөмтәлә өс призлы урын да беҙҙеке булып сыҡты. Беренсе урынды Ҡаҙмаштан Разия Ғиззәтова етәкләгән «Мөғжизә» ансамбле яуланы һәм «Яҡты-Күл» шифаханаһына юллама менән бүләкләнде! Икенсе урынды Асҡарҙан Теләүғоловтар ғаиләһе алды. Балалар араһында өсөнсө урынға Рысҡужанан Зөһрә Мәһәҙиеваның ейән-ейәнсәрҙәре лайыҡ булды.
«Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһында Йәлембәттән Гөлиә, Рәмилә, Айзидә Иҙрисовалар билдәләнде.
Читайте нас: