+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Август 2020, 11:20

«Ҡаҙ һәм бал» фестивале йыл һайын үтәсәк

Сибайҙа ике көн барған II Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы — 2020» инвестиция һабантуйын йомғаҡлаусы «Ҡаҙ һәм бал» гастрономия фестивалендә әбйәлилдәр ҙә, тирмә ҡороп, ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Фестиваль ҡала си-тендәге «Шифа» балалар ял лагерында уҙҙы. Урал аръяғы райондары 10 тирмә ҡуйҙы. Һәр төбәк үҙенә хас булған кәсеп-шөғөлдәрен, милли ризыҡтарын күрһәтте. Бай-маҡтар ҡымыҙ күргәҙмәһенә ҡушып батырҙар эсемлеген етештереү сер-ҙәре менән бүлешһә, бөрйәндәр донъя буйынса танылыу яулаған балдары менән йәлеп итте.
Ә беҙҙекеләр башҡа бер халыҡ та улай тәмле итеп әҙерләй белмәгән бай ҡорот күргәҙмәһен ҡороп, иғтибарҙы үҙҙәренә тартты. Тирмәгә килеүселәрҙе ҡунаҡсыл яҡташтарыбыҙ һәр ваҡыттағыса асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ихлас ҡаршыланы. Ҡороттоң ниндәй генә төрө әҙерләп алып барылмағайны: ыҫланған, ҡаҡланған, йомарлам, әсе һәм сөсө ҡорот, шыйыҡ ҡорот, йәшел тәмләткестәр ҡушып яһалған ҡорот, шәкәрле ҡорот. Был ризыҡтың аш тәмләткес булараҡ ҡулланылыуынан тыш, сәй өҫтәленә бирелә торған иҫ киткес тәмле ҡунаҡ һыйы булыуын да дәлилләне Әбйәлил оҫтабикәләре: емеш-еләк — сейә, муйыл ҡушып яһағандарынан да ауыҙ иттерҙе, күргәҙмә ҡылыусыларҙы бер юлы ҡорот эшләү серҙәре менән таныштырҙы. Бында Байым төбәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уғата тырышлыҡ һалды. Тирмә ҡороу менән бер юлы туҡталҡала бер көн эсендә мейес сығарып, ҡорот эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Ҡунаҡтар ҡороттоң өҫтәлгә килеп еткәнсе уның ҡайнатыу, һарҡытыу, ыҫлау, ҡаҡлау буйынса мәшәҡәтле процестар аша үтеүен ҡыҙыҡһынып кү-ҙәтте. Әбйәлил туҡталҡаһына рәсми делегациянан тыш, Кубанан килгән туристар, нанайҙар, япондар, удмурттар һәм, әлбиттә, сибайҙар тамаша ҡылды. Мул ҡуллы яҡташтарыбыҙ ҡорот күргәҙмәһен күрһәтеүҙән тыш, тирмә эсендә милли аш-һыуҙан һығылған табын әҙерләп, ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән дә һыйланы.
Фестивалдең мәҙәни программаһында район таланттары тотош блок концерт менән сығыш яһаны. Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты «Серле моң» халыҡ вокал ансамбле башҡарыуындағы «Элмәлек», «Шәл бәйләнем» йырҙары, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙарының самауырҙар менән бейеүе, Рөстәм Баһаувтың ҡурай моңдары, ижади парҙар — Зөмәрә һәм Сәғит Хызыровтарҙың, Лилиә һәм Радик Хәлиловтарҙың матур дуэттары милли рухта һуғарылған фестивалгә халыҡсан биҙәк өҫтәне.
Читайте нас: