-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Август 2020, 11:15

Ирәндек буйҙары моңға сорналды

Сибайҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» XV төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Мәртәбәле бәйгенән йөрәгендә халыҡ моңон йәшәткән әбйәлилдәр ҙә ситтә ҡалманы.

— Был еңел-елпе конкурс түгел. Халыҡ йырҙарын, оҙон көй башҡарыу һәр кемдең хәленән килмәй. Йылдағыса, ҡатнашыусылар менән етди әҙерләндек. Халыҡ араһынан быға тиклем ҙур сәхнәгә сыҡмаған һәүәҫкәрҙәрҙе йәлеп итергә тырыштыҡ. Йырсылар менән вокал буйынса педагог С. Ғ. Хызыров шөғөлләнде. Репертуарға халҡыбыҙҙың «Шаһибәрәк», «Буранбай», «Зөлхизә», «Һандуғас», «Ҡара ат» кеүек тәрән моңло матур йырҙары һайланды, — тип һөйләй район мәҙәни-ял үҙәгенең ижади бүлек етәксеһе Зөмәрә Хызырова.
Быйылғы конкурс тәүгә онлайн форматта уҙыуы менән айырылды. Бөтәһе 183 кеше ҡатнашты. Уларҙың 56-һы 16 йәшкә тиклемге балалар, 93-ө һәүәҫкәр башҡарыусы һәм 36 профессиональ йырсы. Әбйәлилдән һигеҙ конкурсанттың бишәүһе — һәүәҫкәрҙәрҙән Ташбулаттан Айҙар Бадалов, Дәүләттән Айгөл Ишбулдина, профессиональ йырсыларҙан Әлмөхәмәт егете Исмәғил Хәлисов, Таштимерҙән Заһир Хызыров һәм балалар араһында Буранғол ҡыҙы Айгизә Вәлиева икенсе турға үтеп, гала-концертта ҡатнашты.
Сығыштарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров етәкселегендәге халыҡ йырҙарының бәҫен белгән, төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары» конкурсында еңеү яулаған йырсыларҙан торған абруйлы жюри баһаланы. Конкурстың төп бүләген Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева яуланы. Еңеүсегә автомобиль асҡысын республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров тапшырҙы. Балалар араһында Сибай ҡыҙы Мира Харрасова еңеүсе булды. Яҡташтарыбыҙ араһынан Айгизә Вәлиева «Һирәк башҡарылыусы йыр» номинацияһында билдәләнде.

Читайте нас: