+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2020, 22:50

"Автоклуб"тың тәүге гастроле

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районына бер автоклуб тапшырылған ине. Уны бөтә халыҡ ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте.#национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районына бер автоклуб тапшырылған ине. Уны бөтә халыҡ ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте.
Халыҡ ижады үҙәге артистары уны маҡсатлы файҙалана башланы ла инде. Ошо көндәрҙә улар “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булып, бай йөкмәткеле концерт номерҙары ҡуйып ҡайтты. Баҫыу ҡырҙарында ҡурай моңо, йырҙар яңғыраны. Бейеүселәрҙең тыпырҙатып, дәртле баҫыуҙарынан тәңкәләр сыңланы...
Ҡыҫҡаһы, автоклубтың уңайлыҡтарын артистар ғына түгел, баҫыу эшсәндәре лә ыңғай баһаланы. Алда тағы ла күп, бик күп гастролдәр көтә.
Читайте нас: