Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2020, 13:35

Виртуаль концерт залы асыла

Уның презентацияһы 23 октябргә билдәләнгән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда виртуаль концерт залы асырға әҙерлек бара. Уның презентацияһы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында 23 октябрҙә үтәсәк.
Был көндө "ДКЗ+" медиаүҙәге мөмкинлектәре күрһәтеләсәк, концерт залы етәкселеге ҡунаҡтарҙы техник ҡоролмалар, кадрҙар, алдағы көндәрҙәге ижади пландар менән таныштырасаҡ.
"ДКЗ+" медиаүҙәге "Башҡортостан" дәүләт концерт залы нигеҙендә булдырылған проект. Уның төп эш йүнәлештәренең береһе — "Мәҙәниәт" милли проектының "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекты буйынса виртуаль концерт залын үҫтереү. Төп маҡсаты — республика халҡында академия сәнғәтенә һөйөү уятыу.
Читайте нас в