Аяуһыҙ сир күп ҡырлы талант эйәһе, ил инәһе тигән танылыу алған яҡташыбыҙ Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаны 75-се йәшендә баҡый донъяға алып китте. Милләтебеҙ генофонды һаналған Әбйәлилдең рухи-мәҙәни тормошондағы бер ҡыл өҙөлдө. Әммә уның моңо мәңге яңғыраясаҡ. Сөнки ул ҡышҡы сасҡау һыуыҡтарҙа ла туңмаҫ саф шишмә һыуындай бик тәрәндән халҡын һөйгән күңел төпкөлөнән сыға. Бында мин мәрхүмәнең таш йөрәкте лә иретерлек шиғырҙарын һәм бигерәк тә йырҙарын күҙ уңында тотам.
Тигән юлдарҙы үҙе иманлы кеше генә яҙа ала. Ә Зөһрә Хәдит ҡыҙы тап шулай булды, күптәргә өлгө күрһәтеп, хаж ғәмәле лә ҡылды. Ә уға тиклем күп йылдар Амангилде, Красная Башкирия, Хәлил, Урал урта, Сибай интернат-мәктәптәрендә, Сибай педагогия колледжында балаларға белем бирҙе. Һәр уҡыусыһына һынсыл ҡараны, уларға оло тормош юлы һайлашты.
— Медицина өлкәһенә Зөһрә Хәдит ҡыҙының кәңәше буйынса аяҡ баҫтым һәм уға мең рәхмәтлемен, — ти Сиҙәм ҡасабаһынан халыҡ табибәһе Гөлсирә Ғәниева.
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә һәм хеҙмәт ветераны миҙалына лайыҡ булған яҡташыбыҙ менән ул Сибайҙың «Атайсал» гәзитенә мөхәррирлек иткән саҡта, Өфө тарафтарында семинар-кәңәшмәләргә күп тапҡыр бергә йөрөнөк. Бер сәфәребеҙҙә яҡташ һеңлеһе менән икәүләп халыҡ йырҙарын да, үҙе яҙғандарҙы ла, таҡмаҡтарҙы ла юл буйына яңғыратыуы бөгөн булһа ҡолаҡ төбөндә сыңлай. «Илекле ҡыр», «Ҡырҡты тау», «Тәгәрәп китте йөрәгем», «Өсмөйөшлө хаттар», «Арҡайым» һәм башҡа халыҡсан моңдары әллә нисә быуынды үҙҙәренә арбар әле. Ә «Мәктәп вальсы»на йыл да уҡыусылар һәм башҡалар бейергә төшөр... Ижад, хәтер һәм ҡәҙер кисәләрендә, башҡа сараларҙа яңғыраясаҡ улар.
Мәрхүмә яҡташыбыҙ тураһында бик күп һөйләргә һәм яҙырға мөмкин. Сөнки уның күп ҡырлы таланты һәм уларҙың һәр береһенә өлгәшкән уңыштары тотош китапҡа торошло. Шағирә, композитор, драматург, сценарий яҙыу оҫтаһы. Һуңғы жанрҙағы маһирлығына әбйәлилдәр үҙҙәре әллә нисә мәртәбә шаһит булды: һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары Зөһрә Хәдит ҡыҙының сценарийҙары буйынса бик юғары кимәлдә үтте. Салауат Юлаев көндәренә, «Ирәндек моңдары»на ҡарата яҙылғандары ла ҡабатланмаҫ спектакль һымаҡ.
БР-ҙың һәм РФ-ның Журналистар, БР-ҙың Яҙыусылар союздары ағзаһы, БР-ҙың Почет грамотаһы кавалеры, Р. Өмөтбаев (Сибай), Х. Әхмәтов (Баймаҡ районы), К. Әхмәтйәнов (Әбйәлил районы) премиялары, «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурс лауреаты исемдәренә лайыҡ яҡташыбыҙ рухи донъябыҙҙа мәңге балҡыр Зөһрә йондоҙ булып ҡаласаҡ. Бәхил бул, апай! Кешеләргә ҡылған изгелектәрен баҡый донъяла үҙеңә әжер-сауаптар, йәнең йәннәттә булһын!
БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, 1994 – 2009 йылдарҙа «Осҡон» гәзите мөхәррире.
Хәтеремдә әле, бала саҡта,
Һеңлеләрен йыйып ҡунаҡҡа,
Тол инәйем төштәр һөйләр ине,
Йылдар үтте, бойоҡ һеңлеләргә
Шаян ҡыҙҙар үҫте алмашҡа.
Ә инәйем һаман төштәр һөйләй,
Йыйып алып беҙҙе аулаҡҡа:
Салғым һелтәп, мин дә төштөм,
Ейәнсәрҙәр инде буй еткерҙе,
Улар өсөн тарих үткәндәр.
Сәйерһенеп тыңлай өләсәләрен,
Ғүмер йомғаҡтарын һүткәндә.
Кейәйем тип ҡулыма алдым,
Йыр һәм өмөт юлдаш булды,
Күптән инде үҙем ир ҡатыны,
Аҙмы-күпме һағыш татыған.
Шуғалыр ҙа ярһыу яҙҙыр етһә
Әүәлгеләй, хәтер төштәреңде
Юрай-юрай, инәй, һөйлә һин.
Һүнгәндә лә ғүмер усаҡтары,
Ал кәрешкә, күк ҡыңғырау,
Еркәйемдә балҡый бер нур,
Йөрәгемдә сыңлар бер йыр.
Хайран ҡалып торғаным бар,