Баш ҡалабыҙҙағы мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, стажировка һәм белем күтәреүҙең төп күрһәткестәре "Мәҙәниәт" милли проектының "Милләттең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу" төбәк проекты буйынса билдәләнгән. 2024 йылға тиклем мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем алыу, ижади һәм идаралыҡ кадрҙарының квалификацияһын күтәреү үҙәктәре нигеҙендә 218 кеше белемен камиллаштырасаҡ. 2019 йылда мәҙәниәт өлкәһендә 100-гә яҡын кеше квалификацияһын күтәргән. 2020 йылда иһә үрҙә телгә алынған проект буйынса балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән 116 хеҙмәткәр әҙерлек үткән. Уҡыу һөҙөмтәһе буйынса уларҙың һәр береһенә квалификацияны күтәреү буйынса танытма бирелгән.